Үлтереп маҡтау08.12.2011
(шаярыу ҡатыш)
Үҙ-үҙемә бер йыр яҙҙым әле,
Үҙ-үҙемде үлтереп маҡтаным.
Күпме генә эҙләп ҡараһам да,
Үҙемдән шәп кеше тапманым:
Берәү, ана, мөлкәт йыя, имеш,
Берәү — сыҡмай бисә һүҙенән...
Һәр береһен бизмәндәргә һалып,
Үткәрҙем мин энә күҙенән.
Ә үлгәндәр?!
Улар кешелеген
Аҡһаҡал да маҡтай, таҙы ла...
Урамдарға һәйкәл ҡалҡып сыға,
Ҡалын-ҡалын китап яҙыла.
Тик үлгәндәр генә ап-аҡ икән,
Уларҙан саф кеше тапманым.
Шуға күрә, башым иҫән саҡта,
Үҙ-үҙемде үлтереп маҡтаным.
Салауат Әбүзәров