Аҡса һуғыу мәктәбе12.10.2012
— Ишеттеңме әле, әхирәт, мәктәптә уҡытыуҙан башҡа икенсе төрлө юл менән аҡса эшләйҙәр, ти, бит.
— Нисек итеп? Гоголдең “Үлек йәндәр”е кеүекме?
— Эй, юҡ шул, туған! Бында ҡәҙимге кешеләр мәктәп эшсеһе булып яҙыла. Ниндәй вазифаларға тиһеңме? Сер итеп кенә әйтәйем инде, улай булғас: эшләмәһәләр ҙә электрик, ҡарауылсы, гардеробсы, һауыт-һаба йыуыусы, аҙыҡ-түлек үлсәп биреүсе (кладовой), тағы ла әллә күпме вазифаға. Ул ҡайһы берәүҙәргә эш хаҡын өҫтәп яҙыуҙар һәм аҙаҡ тартып алыуҙар. Ришүәттәр, ҡиммәтле бүләктәр... Һәләк инде... һәләк...
— Ә эш хаҡтарын кем ала һуң уларҙың?
— Һуң, билдәле инде, нәфсеһенә хужа була алмаған, хужабикә, йәғни мәктәп директоры.
— Аңламайым, әхирәт, башҡалар ҡайҙа ҡарай һуң, нисек түҙәләр?
— Әйттең бер һүҙ. Кем күрһәтһен һиңә йәшереп тултырылған табелдәрҙе, ведомстволарҙы, “портянка”ларҙы.
Унан һуң Хужабикә үҙенә ҡасан, нисек ҡулай, шулай уҙғара кәңәшмәләрҙе. Уларҙа ла бер үк кешеләрҙе (үҙе ҡурҡҡандарҙы) маҡтай, икенселәрҙең “тетмәһен тетә”. Ошо рәүешле ауыҙҙар ябыла, күҙҙәр йомола.
— Уртасылдар юҡмы ни һеҙҙә, әхирәт?
— Ана шул шу! Хужабикәмдең ҡәһәре миңә теймәһә ярар ине тип, күҙ күтәреп ҡарарға ла ҡурҡып тик ултыралар. Закон, власть хужаларҙың ҡулында ғына йомшаҡ: тегеләй ҙә борола, былай ҙа. Беҙгә улар ҡаты, ныҡ тейә — имгәтә лә хатта.
— Бына һиңә, мә!..
Һеҙҙә нисек хәлдәр?
Беҙҙә шулай, йәмәғәт!
Кемдер һөйөнөп йәшәй, кемдер көйөнөп, уртын тешләй!..
Ишмөхәмәт БАЙМӨХӘМӘТОВ.
Ишембай районы,
Ҡанаҡай ауылы.


Вернуться назад