Йәш ырау менән, һаулыҡ та ҡаҡшай икән. Район балнистарына йөрөп аяҡ-ҡулдан яҙғас, аҙ-маҙ лечение-фәлән өмөт итеп, баш ҡалаға юл тоттом. Килһәм, балнисҡа яҡын да барырлыҡ түгел...
Ҡайҙа ла шул блат та знакум инде. Шунһыҙ ҡайҙа! Ишек төбөндә хет тәгәрәп ят, знакумың булмаһа, һин һап-һау, һис бер сирһеҙ кеше. Бер барҙым, ике, өсөнсөгә — кире бороп тик торалар. Ярты йыл йөрөгәс, ун өсөнсө барыуға тәки һалдылар бит. Йөрөп ятам шулай, хисләнеп, аяҡ ергә теймәй тиерлек. Кем уйлаһын, балнисҡа ятыу ҙа шатлыҡ уятыр тип.
Республиканский балнис булғас, кем генә юҡ бында!.. Палатала алыҫ Сибайҙан да, Яңауыл, Бөрйәндән дә барҙар.
— Кем аша яттың? — ти былар миңә.
Аптырап ултыра бирҙем дә:
— Үҙем аша, — тим.
— Кит, булмаҫ, үтте заман, үҙең ятҡан саҡ, дөрөҫөн әйт! — тип ныҡышалар һаман.
Хисләнеп йөрөгән күңел китте ҡырылып яман.
— Алдаҡсы һин, юҡты һөйләйһең, — тип мине күмәкләп әрләргә керештеләр.
Һәр береһе, эй, маҡтана, кеме ҡайҙан, кеме нисек. Мине генә ҡыр типтеләр теге һөйләшеүҙән һуң. Имеш, йәшерәм, әйтергә ҡыйынһынам.
Китте ул ауырыу ҡайғыһы. Ниңә килгәнемде лә онотоп бөттөм, дөрөҫлөгөмдө ныҡый торғас.
Көскә аҙна-ун көн ятып, “алдаҡсы” исемен йөкмәп, башҡа ауырымаҫтай булып, ҡайтып киттем республиканский балнис тигәндәренән.
Диана ХӘБИБУЛЛИНА.