Сабир Шәриповҡа12.10.2012
Ярты быуат ҡуртымға
Алғандар һеҙҙең ерҙе.
Ырыуың ҡаршы булыуын
Әйт әле, кемдәр күрҙе?!
Хәҙер, ана, яр һалалар —
Мәктәптәрҙе ябалар,
Урман эсендә йәшәп тә
Гел ағасһыҙ ҡалалар...
Килмешәктәр урман ҡыра,
Кемгә байлыҡ туплайҙар?
Нисек түҙә унда халыҡ,
Нисек яуға ҡупмайҙар?
Эй түҙемле беҙҙең халыҡ,
Иҫ-аҡылдар китерлек,
Булғанынан ҡолаҡ ҡағып,
Яңы тормош көтөрлөк!
Алтын көҙ
Эй матур көҙ, гүзәл иртә!
Күңел тулы яҡтылыҡ,
Гел эшләге килеп тора
Кешеләргә яҡшылыҡ.
Ә һағыш ул, ни тиһәң дә,
Сағыштырма төшөнсә...
Шуғалыр ҙа һәр беребеҙ
Һағышлана үҙенсә.
Донъябыҙҙың һәр миҙгелен
Күңел үҙе матурлай.
Эй алтын көҙ, һоҡландырғыс
Һин гүзәл бер ҡатындай!
Зөфәр ВӘЛИТ