Мискә12.10.2012
Философ Диоген мискә эсендә
уйланып ятырға яратҡан, тиҙәр.
Ниңәлер һуңғы ваҡытта
Йышыраҡ төшә иҫкә,
Донъяуи уйға бирелеп
Диоген ятҡан мискә.
Философ уҡ булмаһаҡ та,
Бирелеүсән хискә беҙ.
Фатирыбыҙ иркен, ләкин
Йәшәп булмай мискәһеҙ.
Беҙҙең дә бар үҙ мискәбеҙ —
Саҡырып, тартып тора.
Тик айырма шунда ғына:
Эсенә тулған — һыра.
Салауат ӘБҮЗӘР