Һигеҙ08.12.2011
(8 март көнөндә)
Һигеҙ һаны —
Ҡатын-ҡыҙҙар һыны:
Өҙөлөрҙәй нескә билдәре.
Һигеҙ — игеҙ йөрәк,
Тигеҙ тормош,
Мөхәббәт һәм сафлыҡ билдәһе.
Һигеҙ һаны ике тамсы һымаҡ,
Ике тамсы —
Ғүмер нигеҙе!..
Ғашиҡтарҙың никах балдағы ла
Хәтерләтеп ҡуя
Һигеҙҙе.
Әммә тормош гел байрамдан тормай,
Йылдың көндәре күп
Һигеҙһеҙ.
Тик, һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ,
Нишләр инек икән беҙ
Һеҙһеҙ!
Салауат Әбүзәров