Талаҡ08.12.2011
Һирәгәйә бара ара...
Ауабыҙ берәм-берәм.
Юҡ, ағастар серемәгән, —
Бысылғандарын күрәм.

Бысҡының бер башын — дошман,
Дуҫ тарта бер башынан:
Мәхрүм ҡалып ҡуймайым, тип,
Был донъяның ашынан...

Әллә ҡаҙан бәләкәйме,
Етмәйме беҙгә ҡалаҡ?
Хәҙер инде дуҫлыҡҡа ла
Ҡысҡырырғамы: "Талаҡ!"

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад