Еҙемгә08.12.2011
Үкһеп-үкһеп бер илағым килә,
Талдарыңа һыйынып
Илағым.
Күңел ярындағы сүп-сарҙарҙы
Алып китмәҫ микән
Был ағым?!

Таҙарырға ҡайттым һиңә, Еҙем.
Мин түгел дә һиңә
Үгәй ул.
Бала саҡтан беләм:
Тулҡындарың
Туттар баҫҡан йәнде
Игәй ул.

Йән ялтырап ҡалыр ине аҙаҡ,
Күҙ сағылыр ине
Нурынан.
Күңелебеҙ хатта гәлсәр кеүек
Сыңлап торҙо
Ҡоштар йырынан.

Ҡайттым бына.
Һинең төҫөң ҡасҡан
Һәм ләм баҫҡан асыҡ
Йөҙөңдө.
Мин бит башта
Танымай ҙа торҙом:
Башҡа йылғамы был,
Еҙемме?

Һәм үҙемде ғәйепләнем шул саҡ:
(Йәшерәһең уның нимәһен?!)
Ҡартайтамдыр һине:
Аҙғын улы
Ҡартайтҡандай үҙенең инәһен.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад