Өфө ҡалаһының “Мираѕ” фольклор ансамбле 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 200 йыл тулыуға һәм Республика көнөнә арнап ике көнлөк тамаша әҙерләне.
“Мираҫ”тар үҙ исеменә ярашлы ижад итә: бай мираѕыбы∂∂ы сайпылдырмай халыҡҡа еткерә, сағыу бейеү һәм йыр∂ары менән күңелдәр∂е күтәрә, рухыбыҙҙы нығыта. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең алдынғы профессиональ коллективтарының береһе ул. Ансамблдең концерттарында бейеү төркөмдәре, хор һәм уйын ҡоралдары оркестры бөтәһе бергә тамашасыға ысын байрам бүләк итә.
“Мираѕ” баш ҡалабыҙҙың ғына түгел, республикабыҙҙың да йөҙөк ҡашына әүерелде. Уларҙы Рәсәй төбәктәренән ситтә лә яҡшы беләләр. Франция, Бельгия, Испания, Италия, Португалия, Германия, Болгария, Венгрия, Төркиә, Лаос һәм башҡа илдәр∂ең сәхнәләрен яулай беҙҙең коллектив.
“Мираҫ”тың репертуарында 70-тән ашыу номер бар: бейеү-вокаль композициялар, хор һәм яңғыҙ сығыштар. Әлбиттә, репертуарҙың нигеҙенә республикала йәшәгән халыҡтың бейеүҙәре һәм йырҙары һалынған. Ә иң ҡыуаныслыһы: улар башҡорттоң милли сәнғәтенә һәр ваҡыт тоғро. Һәр бейеүҙәрендә Башҡортостаныбыҙҙың күркәмлеге, байлығы, халҡының ғорурлығы, холоҡ-фиғеле сағыла.
Ансамблдә ижади эш бер ҡасан да туҡтамай, гөрләп дауам итә. Артистар яңынан-яңы бейеү, концерттар менән тамашасыһын шатландырып ҡына тора. Әле лә улар өфөләр, баш ҡалабыҙ ҡунаҡтары өсөн бейеү һәм йыр байрамы бүләк итмәксе. Концертта танылған, халыҡ яратып өлгөргән сығыштар менән бер рәттән, өр-яңылары ла әҙерләнгән. Улар араһында Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә арналғандары ла бар. Тик уның ниҙән ғибәрәт булыуы тураһында беҙгә әйтмәнеләр, шуға барып күрмәй сара юҡ.
Ә. ИЛДУСОВА.