Стәрлетамаҡ ҡалаһында етмештән ашыу милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың телен, мәҙәниәтен үҫтереү маҡсатында милли үҙәктәр булдырылған. Ошо ойошмаларҙың эшен ҡала мәҙәниәт йортоноң милли мәсьәләләр буйынса методика бүлеге мөдире Рәмилә Нәзирова көйләй.
Мәҙәниәткә бағышланған 25 йылдан ашыу дәүерҙә Рәмилә Ғаяз ҡыҙы ҡалабыҙҙағы филармонияла, драма һәм бейеү театрҙарында эшләй. Хеҙмәт баҫҡыстары әлеге эшендә беренселәрҙән булып “Халҡым моңо”, “Сәсәндәр”, “Уйна, гармун!” һәм башҡа конкурстарҙы ойошторорлоҡ, уларҙы юғарыраҡ кимәлгә сығарырлыҡ тәжрибә бирә. “Сараларҙа нисә кешенең ҡатнашыуы түгел, ә сәнғәткә ғашиҡ йыр-моң һөйөүсе таланттарҙың, халыҡ гәүһәрҙәренең табылыуы мөһим”, — ти ул. Төбәктә халыҡ араһынан сыҡҡан ҡурайсыларҙың аҙлығы, өзләүселәрҙең бөтөнләй булмауы Рәмилә Ғаяз ҡыҙын борсоуға һала.
Һабантуй, Ҡала көнө, Шәжәрә байрамы кеүек күләмле сараларҙы үткәреүҙә лә уның өлөшө ҙур. Республика кимәлендәге “Ашҡаҙар таңдары” фольклор байрамын, Салауат йыйынын уҙғарған саҡта үҙен милли мәҙәниәтебеҙҙе яҡшы белгән һәләтле ойоштороусы булараҡ танытты. Кеселекле булғанға күрә янына һәр саҡ йәштәр тартылып тора. Уларҙы “Һылыуҡай”, “Науруз гүзәле” республика конкурстарына, “Йәшлек-шоу”, “Туған тел” йыр бәйгеләренә Рәмилә Ғаяз ҡыҙы ихлас әҙерләй.
Сәнғәт оҫтаһы, һәләтле ойоштороусы быға тиклем тарҡау йәшәгән милли үҙәктәрҙе берләштереүгә, улар араһында дуҫлыҡ күпере һалыуға өлгәште. Әлеге ваҡытта милли үҙәктәр татыу ғаиләне хәтерләтеп, бер йүнәлештә эшләй. Йәһүд милли-мәҙәни ойошмаһы вәкиле Александр Цофнастың әйтеүенсә, Рәмилә Ғаяз ҡыҙы төрлө халыҡтың мәҙәниәтен белеүе менән ихтирам яулай.
— Беҙ йәһүд халҡының “Хәнүки” (“Ут”) байрамы алдынан таныштыҡ. Рәмилә Ғаяз ҡыҙы сараны үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәтте. Шул ваҡыттан алып йәһүд байрамдарын бергә уҙғарабыҙ. Ул ҡаланың шәжәрә байрамына башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, мордва, йәһүд ғаиләләрен саҡырып, төрлө милләт кешеләрен дуҫлаштырҙы, матур тәьҫораттар бүләк итте, — ти Александр Цофнас.
— Татар милли-мәҙәни сараларын ойоштороуҙағы ярҙамын да оноторлоҡ түгел. Ышаныслы кеше булғанға күрә гел уға мөрәжәғәт итәбеҙ, — тип һүҙгә ҡушыла Башҡортостан татарҙары конгресының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы башҡарма комитеты ағзаһы Земфира Муллағәлиева. — Башҡорт менән татарҙың мәҙәниәттә, әҙәбиәттә һәм тормошта ла ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүе ҡыуаныслы.
“Родные напевы” урыҫ халыҡ йыр ансамбле етәксеһе Анатолий Швецовтың билдәләүенсә, Рәмилә Ғаяз ҡыҙының ярҙамы менән “Бирюза” урыҫ дуэты барлыҡҡа килгән. “Ансамблгә репертуар һайлағанда, костюмдар тектергәндә тәү сиратта уның менән кәңәшләшәбеҙ”, — ти етәксе.
Сәнғәт оҫтаһының башланғысы менән ойошторолған “Ҡомартҡы” башҡорт халыҡ эстрада-фольклор төркөмө иһә милли мәҙәниәтебеҙҙә матур күренешкә әүерелде.
Хеҙмәттәштәренең фекеренә ҡушылып, шуны ғына әйтке килә: Рәмилә Нәзирова — бик бәхетле кеше, ғаиләһендә лә уңған әсәй, аҡыллы өләсәй, һөйөклө ҡатын.
Хәлиҙә АБДРАХМАНОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.