Яҡты киләсәккә ышанабыҙ10.10.2012
Яҡты киләсәккә ышанабыҙБашҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияһы ҡабул итеүгә иртәгә 22 йыл тула. Уны, һәр ваҡыттағыса, халҡыбыҙ киң билдәләй, баш ҡалала һәм райондарҙа төрлө саралар ойошторола.

Йола буйынса байрам тантаналары Дуҫлыҡ монументына сәскә һалыуҙан башланды. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 400 йыл тулыуҙы байрам итеү иҫтәлегенә төҙөлгән монументҡа сәскәне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов һалды.
Байрамдың тантаналы өлөшө Конгресс-холда булды. Унда Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, федераль һәм Яҡты киләсәккә ышанабыҙтөбәк башҡарма власть органдары етәкселәре, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, милли-мәҙәни үҙәктәр етәкселәре, дин әһелдәре, ғалимдар һәм башҡалар йыйылды.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов доклад менән сығыш яһап, республикабыҙҙың данлы үткәне, күркәм бөгөнгөһө һәм ышаныслы киләсәге тураһында бәйән итте.
— Республика көнө — тыуған яҡҡа мөхәббәт, ата-бабалар мираҫына тоғролоҡ, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамы. Башҡортостандың тәбиғи байлыҡтары барыһына ла билдәле, был күктән бирелгән бүләк, ә уның индустриаль ҡеүәте — егәрле халҡыбыҙҙың быуаттар дауамындағы тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе, — тине Рөстәм Хәмитов.
Яҡты киләсәккә ышанабыҙБеҙ республикабыҙҙың төп байрамын Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулған осорҙа ҡаршылайбыҙ. Үҙебеҙҙең дә матур иҫтәлекле көндәребеҙ күп. Быйыл башҡорт нефтенә — 80, Белорет ҡалаһына нигеҙ һалыныуға — 250, Туймазыға 100 йыл тулды, райондар һәм эре предприятиелар юбилейҙарын билдәне. Уларҙың хеҙмәт йолалары бөгөн дә дауам итә һәм нығына.
— Беҙ алға ҙур пландар ҡуйып йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ. Маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн йәмғиәт ихтыяжына ҡолаҡ һалырға һәм үтәргә тейешбеҙ. Бөгөн властың йоҡлап ятырға хоҡуғы юҡ, берҙәм команда кәрәк. Һәр кем иңендә яуаплылыҡ тойорға тейеш. Башҡортостанды Рәсәйҙә алдынғылар рәтенә сығарырға кәрәк, — тине Рөстәм Зәки улы.
Эйе, эштәр һәм бурыстар күп, өлгәшелгән уңыштар ҙа етерлек. Өсөнсө йыл рәттән барлыҡ тармаҡтарҙа ла үҫеш күҙәтелә. Быйылғы ғинуар — сентябрҙәге Яҡты киләсәккә ышанабыҙкүрһәткестәр шатландыра: сәнәғәт етештереүе 6,4 процентҡа артҡан. Тулайым төбәк продукты күләме йәһәтенән дә илдәге тәүге унау, Волга буйы федераль округында икенсе урындабыҙ.
— Тик бының менән тынысланырға ярамай. Иҡтисади үҫеш артырға тейеш. Инвестицияларға иғтибарҙы йүнәлтәйек. Башҡортостанға ҙур инвесторҙар килә башланы, был һәйбәт. Әле беҙҙә 30 эре инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, — тине Президент. — Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыналар. Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең эре компаниялары беҙҙең менән эшләргә теләй.
Рөстәм Зәки улы артабан ауыл хужалығының торошо менән таныштырҙы. “Ҡоролоҡҡа ҡарамай, беҙ бында ла матур ғына һөҙөмтәләргә өлгәштек. Үҙебеҙҙе тәьмин итерлек иген йыйып алынды. Республика һөт етештереү өлкәһендә ил буйынса беренселекте кире ҡайтарыуға өлгәште. “500 ферма” проекты уңышлы эшләй, тәүге һөҙөмтәләр бар. Артабан да тармаҡҡа, ауыл эшсәндәренә дәүләт ярҙамы буласаҡ”, — тине ул.
Күптәрҙе борсоған торлаҡ мәсьәләһендә лә алға китеш бар — былтырғы менән сағыштырғанда, 11 процентҡа күберәк төҙөлгән. Йыл аҙағынаса дөйөм майҙаны 2,3 мең квадрат метр булған торлаҡ йорттар һалыныр тип көтөлә. Әммә бында ҡытлыҡ барыбер кәмемәй. Эконом-класлы торлаҡ етмәй, хаҡтарҙы ла һаман ауыҙлыҡлап булмай.
Яҡты киләсәккә ышанабыҙТиҙҙән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына йомғаҡ яһаласаҡ. Һәр ғаиләлә именлек булһын өсөн власть ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй. Күпләп балалар баҡсалары төҙөлә, күп балалы ғаиләләргә льготалар арта, өсөнсө балаһы тыуғандарға ер бирелә башланы. Бында ла ауырлыҡтар бар, әммә бурыстар үтәләсәк. Рөстәм Хәмитов һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, спорт тармаҡтары буйынса башҡарылған эштәр тураһында ла мәғлүмәт бирҙе. Башҡортостанда көтөлгән ҙур спорт һәм сәйәси сараларға туҡталды.
— Сығышымды республиканың башҡорт лицей-интернаты уҡыусыһы Шәфҡәт Ғәбитовтың иншаһындағы һүҙҙәр менән тамамларға теләйем: “Башҡортостан — минең тыуған ерем, Рәсәйҙең күркәм, бай төбәге. Матур бөгөнгөбөҙ өсөн ата-бабаларым алдында бурыслымын. Уларҙың исемен бысратырға хаҡым юҡ, аҡыллы, кәрәкле һәм файҙалы кеше булып үҫергә тейешмен”. Был — Башҡортостандың ысын улының һүҙҙәре. Киләсәккә ышаныс менән йәшәй беҙҙең йәштәр. Үҙенең яҡшы эштәре менән республиканы данларға теләй. Яҡты киләсәккә ышаныс менән ҡарайыҡ, — тине республика Президенты.
Тантана байрам концерты менән тамамланды.

* * *
Үҙ ижадына ҡарата тейешле баһа алыу — һәр кем өсөн шатлыҡлы күренеш. Бар булмышын халыҡтың рухиәтен байытыуға арнаған шәхестәрҙе тәбрикләү — республикабыҙҙа элек-электән килгән күркәм йола. Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының 2012 йылғы лауреаттарын тәбрикләне.

Быйыл абруйлы премияға “Ыласындар оса бейектә” китабы өсөн филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы профессоры Рәшит Шәкүр, “Тарихи мөхит” телевизион проекты өсөн “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһының танып белеү программалары редакцияһы етәксеһе Салауат Хәмиҙуллин, “Алдан алтыны” китабы өсөн яҙыусы Камил Йыһаншин лайыҡ булды.
— Халҡыбыҙҙың милли геройы исемендәге Башҡортостандың төп премияһы 45 йыл элек булдырылды, — тине ҡотлау телмәрендә Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов. — Беренселәрҙән булып мәртәбәле бүләккә балетмейстер Фәйзи Ғәскәров, композитор Заһир Исмәғилев, шағир Мостай Кәрим, яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина лайыҡ тип танылды. Йәмғеһе 127 билдәле шәхес лауреаттар исемлеген тулыландырҙы. Улар барыһы ла республикабыҙҙы танытыуға күп көс һалған. Бөгөнгө тәбрикләнеүселәребеҙ ҙә шундайҙар иҫәбендә.
Юғары дәүләт премияһының быйылғы лауреаттары шатлығын йәшермәне.
— Минеңсә, ижадсы ҡанатлы кеше ул, — тине билдәле ғалим, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүр. — Шуға ла китабым да “Ыласындар оса бейектә” тип атала. Дәүләттең үҙебеҙгә ҡарата иғтибарын тойоу беҙҙе ҡанатландыра, тағы ла бейегерәк осорға көс бирә.
Ә. ӘЙҮПОВА менән
А. БАЙМӨХӘМӘТОВ
әҙерләне.


Вернуться назад