Туп08.12.2011
Донъя, гүйә стадион,
Ә мин —
Футбол тубылай:
Типкеләнеп үтә ғүмер
Йә тегеләй,
Йә былай...
Зыр әйләнә тирә-яғым,
Бар донъяны
Бутайым.
Был уйын да тамамланыр —
Артта ҡалды
Бер тайм.
Һәм арбитр һыбыҙғыһын
Һыҙғыртыр —
Уйын тамам.
Тыным сығыр (Аһ, үкенес!),
Тишелеп,
Берәй заман.
Ләкин күңелем йыуата,
Йыуата мине
Уйым:
Футболһыҙ булмағандай,
Тупһыҙ ҙа булмай
Уйын...
Еңеүселәр бүләкләнер...
(Ымһынма юҡҡа,
Күңел):
Нисәгә-нисә булһа ла,
Даны бит
Тупҡа түгел...
Салауат Әбүзәров