Еңеүселәр бүләкләнде10.10.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөтә Рәсәй һәм республиканың "Һөнәре буйынса иң яҡшыһы" оҫталыҡ конкурсында "Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе" номинацияһында еңеүселәр һәм призерҙар менән осрашты.

Тантанаға республика бәйгеһендә – беренсе, федераль конкурста икенсе урынды яулаған "Уралсибнефтепровод" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иретеп йәбештереүсеһе Валерий Артюхов, республика конкурсында еңеүселәр Максим Леликов ("Уралсибнефтепровод" асыҡ акционерҙар йәмғиәте) һәм Александр Зеленин ("Газпром трансгаз Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) килде. Осрашыуҙа республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, "Свартэкс" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Валерий Атрощенко ҡатнашты.
Рөстәм Хәмитов, еңеүселәрҙе мәртәбәле бәйгелә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙәре менән ҡотлап, рәхмәт һүҙен еткерҙе.
– Эшсе һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу кәмей, – тине Президент. – Беҙ квалификациялы кадрҙарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Һеҙ бәйгелә еңеүегеҙ менән эшсе һөнәренең абруйын тағы ла арттырҙығыҙ.
Республика башлығы осрашыу һуңында еңеүселәргә иҫтәлекле ҡул сәғәте бүләк итте.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.


Вернуться назад