Утрауҙа08.12.2011
Туйҙарынан туйҙым хәҙер,
Уйҙарымдан арыным...
Сикһеҙлеккә ҡарап ятам
Шашҡан диңгеҙ ярынан.
Ҡасандыр елкән инем мин,
Етеҙ инем елдән дә.
Йөрәгемдә сәм ҡайнаны,
Тулҡын ҡаршы килгәндә.
Һәм кирелде ҡанаттарым,
Тапаным тулҡындарҙы.
Аяҡ аҫтарында ҡалып,
Тулҡындар һулҡылданы.
Ел көҫәнем,
Дауыл көттөм —
Теләгем булды ҡабул:
Күтәрелде лә ғәрәсәт
Алып ырғытты ҡапыл.
Бына хәҙер ярҙа ятам —
Бөгәрләнеп, ғәрләнеп...
(Ҡыуаналарҙыр тулҡындар:
"Быны нисек бәрмәнек!")
Ҡайырылып төштө елкән,
Янымда — тишек кәмәм.
Тулҡындарҙан түгел, хатта
Тамсынан да шикләнәм...
Робинзон кеүекмен.
Ләкин
Көтмәгеҙ (!), күҙҙе йоммам.
Йән серҙәшем ташламаған:
Йырҙарым минең —
Йомам.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад