Шыршы10.10.2012
Хикәйә
Илауға Нина Александровна ла ҡушылды:
— Әйтмә лә Галя, был ҡәһәр һуҡҡыры донъяла йүнле кеше ҡалғанмы икән? Миңә йәшәүе еңел тип уйлайһыңмы? Тышым көлһә лә, эсем тулы ут: эскесе ир, әрәмтамаҡ йүнһеҙ малайымды аҫрайым тип көнө-төнө бил бөгәм, сасҡау һыуыҡ тимәй, буран тимәй шыҡыйып ҡатып, бөксәңдәп көнбағыш һатам. Аяҡтар туңып бөтә, сарпыуы йөрәккә үтә, ошоғаса барлығын да тоймаған быуындарым һыҙлай. Минекеләр һинекеләр ише дөмөкмәнеләр ҙә, исмаһам, тынысланыр инем.
Нина Александровна үҙенең шәхси хәсрәтен иҫенә төшөрөп илай ине.
— Һин нимә лыбырҙайһың, йүнһеҙ бисә, ғаиләңә үлем теләргә нисек телең бара?! — Ихтыярынан тыш ярайһы уҡ тупаҫ һүҙҙәр ысҡындырған Галина Петровна усы менән ауыҙын ҡапланы, шунан, йәштәрен ҡоротоп, ҡунағына ғәжәпләнеп төбәлде.
— Үҙәгемә үтеп әйтәм, көн дә иреш, көн дә талаш. Кисә әле ҡайтып инһәм, улыбыҙ Олег бер килке әтрәгәләмде йыйып теттереп күңел аса. Көнө буйы саҙаҡалай тамған тиндәремде талап тиерлек кеҫәмдән бушатып алды. “Оялмаһағыҙ, кәүҙәмде ашатлап сығығыҙ!” — тип тупһаға арҡыры ятҡайным, беренсе булып Олег үтте битһеҙ, шунан — йылмая-көлә дуҫтары. Араларында мин уҡытҡан уҡыусылар ҙа бар ине. Әҙәп белмәгән маңҡорттар! Ғәрлек!..
Нина Александровна тағы ла ярһыбыраҡ иларға тотондо.
Оҙаҡ ултырҙылар. Нина Александровна әхирәтен түгел, киреһенсә, хужабикә ҡунаҡты тынысландырырға тырышты: йыуатты, кәңәштәрен бирҙе. Шыршы ҡайғыһы бер аҙға онотолдо ла шикелле.
— Һөйләштек, серләштек, инде ҡайтайым булмаһа.
— Ярты төн ауышты, әллә ҡалаһыңмы миндә?
— Ҡайҙа инде, иртә менән баҙар ҡапҡаһы төбөнә барып өлгөрөргә кәрәк. Һуңлаһаң, икенсе берәүһе урыныңды ала ла ҡуя. Конкуренция. Байрам алдынан тауар, ғәҙәттә, үтемле була.
Солан ишеге төбөнә килгәс, Нина Александровна, төн йөҙөндә йөрөүенә йомғаҡ яһағандай, киҫәтеп ҡуйыуҙы кәрәкле тапты:
— Минең һөйләгәндәргә ышанмаһаң, зыяратҡа иртәгә ҡояш ҡалҡҡас барып ҡарарһың, тик бөгөн түгел. Ни хәл итәһең, ҡырҡҡандар шыршыны. Бола осорҙа ағасты тунау нимә генә, әҙәм башын өҙөүҙән дә тартынмайҙар бөгөн, язаһын да алмай йөрөй бирәләр. Заман ахырыһы етеүе ошолор...
Нина Александровна тапалған тығыҙ ҡарҙы шығырҙата баҫып төн ҡараңғылығына инеп юғалды.
Галина Петровна инде лә стена ҡырында торған диванға бөршәйҙе. Пружиналары бушап, тояҡтары ҡаҡшаған иҫке мебель иләмһеҙ шығырҙап ҡуйҙы, әйтерһең дә, хужаһының һыҡтауына ҡушылып шыңшыны. Эшләнә башлаған шыршы уйынсыҡтары, ҡағыҙҙар, елем, энә-еп, ҡайсы, кәрәклектәрен юғалтып, өҫтәлдә туҙырап ята. Ҡайҙа эләһең уйынсыҡтарҙы? Сисенде лә утты һүндереп һалҡын түшәгенә сумды. Былай ҙа йомшаҡ яҫтығын ҡырамалай-ҡырҡ ҡабартып ҡараһа ла, йоҡоһо килмәне, әйләнеп-тулғанғыланы, тороп тоҫмал менән һәрмәнеп шкаф тартмаһынан шырпы ҡабын табып мөйөштәге иконаның алдындағы майшәмде ҡабыҙҙы. Уға һынамсыл, тикшереүсән, үтә ҡарай ине иконалағы йөҙ.
Ғүмере буйы атеистик рухта тәрбиәләнгән, башҡаларҙы ла шуға ышандырырға тырышҡан уҡытыусы һуңғы осорҙа танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Ҡуңалтаҡ яңғыҙлығынан арынырға иттеме, әллә һөйләшер, кәңәшләшер, серен сисер яҡыны булманымы, баҙарҙа сиркәү кәрәк-ярағы һатып тороусы әбейҙән алды ла ҡайтты ошо нәмәне. Ҡурҡмай, йәшермәй, асыҡтан-асыҡ тотоп ҡайтты. Хәҙер килеп бер доға ла белмәгән көйгә үҙенсә табына Аллаға, үҙенсә мөрәжәғәт итә.
“Эй Аллам, һинең алдыңда гонаһтарым шундай юғарымы? Мине күпме юғалтыуға, һынауға дусар иттең, япа-яңғыҙымды ҡалдырҙың. Ғәйебем нимәлә? Аллаһыҙлығым өсөн ебәрҙеңме ошо язаңды? Минең генә ғәйебемме ни ул, тотош илдең ҡазаһы... Улым Афғанстанда йөрөгәндә лә ғорурлыҡ тойғоһо кисергән булдым, йәнәһе лә, интернационалист әсәһе. Баҡтиһәң, оккупантты тыуҙырған, күкрәк һөтөн имеҙеп, иманһыҙ итеп тәрбиәләгән бахыр кәнтәй генә булғанмын. Янған-көйгән, иҙелгән ят тупраҡ килмешәктәр итеге аҫтында иңрәмәгән, ҡышлағы яндырылған, туғандары үлтерелгән әсә ҡарғамаған тиһеңме... Баламдың ғәйебе ниҙә? Ул бит ябай һалдат ҡына ине, бары мәғәнәһеҙ бойороҡтарҙы үтәгән йәш һалдат, көтөүе менән ят биләмәләргә ҡыуылған аңра өйөрҙөң бер вәкиле. Беҙ — аҙашҡандар, алданғандар быуыны... Кисер, Аллам, барыһы өсөн дә кисер...”
Үткәндәре күҙ алдына бөгөнгөләй килеп баҫты.

2

1989 йыл. Совет ғәскәрҙәре Афғанстандан сығарыла башлағас, шатлыҡтарының сиге булманы. Кемуҙарҙан йүгерешеп мәктәптән ҡайталар ҙа, телевизорҙы тоҡандырып, уға өмөт менән төбәләләр. Колонналарға теҙелешеп һалдаттар атлай, уларҙы гөлләмәләр тотоп бәхетле әсәләр ҡаршы ала.
— Ваня, ҡара әле, бронетранспортер башындағы беҙҙең Артем түгелме? Юҡ, анауҙы, арты менән ултырғанды, әйтәм...
— Галя, күрһәткәнең бигерәк сибек, беҙҙең Артем бәһлеүәндәй. Күрҙеңме, боролдо, түгел...
— Улайһа һин машиналарҙы, мин йәйәүлеләрҙе теүәлләйем, бәлки, күренеп ҡалыр. Ҡайтырға булғас, хаты оҙаҡлағандыр, күрәһең.
Ниһайәт, күперҙә — Борис Громов. Командующий тантаналы ант итә:
— Минең артымда, Афғанстан ерендә бер генә совет һалдаты ла ҡалманы!
Бәхетле мәл, Иваны дәртләнеп бейергә төшөп китә, ул ҡыуанып сәпәкәйләй. Ә Артемдан хат килмәне лә килмәне. Уларҙы военкоматҡа саҡырҙылар, эшкә, мәктәпкә шылтыратҡандар. Секретарь шул хәбәрҙе әйтте лә ғәйепле кешеләй китеп барҙы.
Артемды ерләшергә ярты ҡала халҡы йыйылғандыр. Ҡара шәүләләй йөрөнө, һөйләшер хәле лә, рәте лә юҡ, илай ҙа алмай. Ваняһы йәшен һуҡҡан ағастай һерәйгән, өс көн эсендә сәстәре ағарҙы. Бүлмә уртаһында ҡурғаш табут. Шырпы һыҙып, бәләкәй генә тәҙрәнән улының йөҙөн һуңғы тапҡыр күрергә итә. Күренмәй. Быяла киҫәген онтарҙай була. Оҙатып килеүсе офицер: “Ярамай...” — тип мығырҙай, ҡултыҡлап ситкә алып китә. Һуңғы тапҡыр бирелгән залп һауаға түгел, йөрәгенә атыламы ни! “Ер йотһон һине, ҡәһәрле һуғыш, ҡан-ут көҫәгән сәйәсмәндәрҙең йәне тамуҡта янһын... Кешеләрҙе, кешелекте юҡ итә торған бөтә төр ҡоралға ләғнәт!..”
Хәйҙәр ТАПАҠОВ


Вернуться назад