Башҡорт драматургияһы бөгөн ауырлыҡ кисергән бер мәлдә, театр донъяһы күгендә яңы йәш драматургтың балҡып китеүе ғәжәп тә, ҡыуаныслы ла. Һүҙ танылған шағир Салауат Әбүзәр хаҡында бара. Һуңғы ике-өс йыл эсендә Өфө, Сибай, Ырымбур театрҙары сәхнәһендә уның пьесаларының премьераһы булды. Әйткәндәй, Әбүзәр — 2008 йылда Талҡаҫ күле янында үткәрелгән драматургтар семинарының һуңғы асышы. Шунан бирле семинар үткәрелмәй, һөҙөмтәлә аҙаҡҡы йылдарҙа драматургтар араһында яңы исемдәр ҙә юҡ.
Сентябрь аҙағында А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә Салауат Әбүзәрҙең “Әсир” тигән яңы пьесаһы буйынса ҡуйылған “Ғүмерлек ғазап” исемле спектаклдең премьераһын ҡарарға насип булды. Әҫәр Салауаттың драматург булараҡ үҫә барыуын күрһәтә. Әгәр авторҙың тәүге пьесаларында конфликт сибегерәк булһа, сәхнәлә күберәк хәбәр һөйләү хөкөм һөрһә, “Ғүмерлек ғазап” көслө бәрелештәрҙән тора, шул сәбәпле ул башынан аҙағынаса тамашасының иғтибарын ебәрмәй тота. Пьесала бер генә сюжет һыҙығының аҙ икәнлеген дә аңлаған Салауат, төп конфликтҡа өҫтәмә рәүештә ат темаһын килтереп индергән: был, бер яҡтан, ваҡиғаларҙың үҫешенә, тығыҙлығына ярҙам итһә, икенсенән, әҫәрҙең идеяһын да байытып ебәрә, уға рухи матурлыҡ бирә.
Хәҙер Салауатҡа пьеса яҙыу оҫталығында яңы баҫҡысҡа күтәрелеү шарт — образдарҙы күп яҡлы итеп эшләргә, артистарға уйнау өсөн материалды етерлек итеп биреүгә өлгәшергә кәрәк. Һүҙ юҡ, ике төп образ — Сәлмән менән Ғәлимә образдары һәйбәт яҙылған. Ә инде ул геройҙарҙы Сибай театрының иң тәжрибәле һәм талантлы актерҙары, Башҡортостандың халыҡ артистары Риф Сәйфуллин менән Рәмилә Хоҙайғоловаларҙың еренә еткереп уйнауы тамашаның тәьҫир көсөн бермә-бер күтәреп ебәрҙе.
Риф Сәйфуллиндың паузаларҙы көслө тойғо менән тота белеүе, Рәмилә Хоҙайғолованың күңелгә үтерлек урындарҙы оҫта уйнауы, быға музыканың кәрәкле ерҙә һәм дөрөҫ ҡулланылыуы әҫәрҙең мелодраматизмын ныҡ үҫтергән — шуға ла спектакль барышында тамашасылар күп тапҡыр күҙ йәштәрен һөртөп алды. Әммә ҡалған образдарҙы Әбүзәр бер яҡлыраҡ итеп күрһәткән. Шулай ҙа башҡа геройҙарҙың конфликтлы булыуы был етешһеҙлекте тамашасыларға һиҙҙермәй. Әйтергә кәрәк, йәш артистарҙың тырышып уйнауы үҙ һөҙөмтәһен бирә, уларҙы тәнҡитләп әйтер һүҙ юҡ. Бигерәк тә быйыл ғына институт тамамлап, Сибай театры коллективы ағзалары булып киткән йәш актрисалар Дания Ғөбәйҙуллина менән Эльмира Тимерова, Румия Рәхимова үҙҙәрен ыңғай яҡтан күрһәтте, әҫәрҙең драматизмын арттырыуға ҙур өлөш индерҙе. Ҡалған артистар ҙа — Венер Сөнәғәтов, Морат Амантаев, Салауат Вәлиев — үҙ геройҙарының характерын, эске маҡсаттарын дөрөҫ һәм ҡыҙыҡлы итеп асты.
Драматург булараҡ, Әбүзәр әҫәрҙең идеяһын көслө һәм образлы итеп бирә белә. Был уның тәүге пьесаларында уҡ һиҙелгәйне. Был пьесаһының исеме “Әсир” тип атала, һәм ул һуғыш осоронда әсирлеккә эләккән кеше тураһында булғанға ғына түгел, ә кешеләрҙең уның хаҡында дөрөҫ булмаған фекере әсирлегенә эләгеүе хаҡында һөйләй. Бик юғары, фәлсәфәүи һәм гуманлы идея күтәрә автор.
Пьеса тураһында һүҙҙе ослап, тағы шуны әйтке килә. Әҫәрҙең тәүге өлөшөнөң конфликты көслө булыу сәбәпле, тамаша бер тынала ҡарала. Ә бына икенсе шаршауҙа конфликт “сибегерәк”, шуға ул оҙонға һуҙылған кеүек тойғо тыуҙыра. Ғәҙәттә, беҙ спектаклдең аҙағында уңышһыҙ күренештәрҙе унда ике финал булыуы менән аңлатабыҙ. Ә был спектаклдә — өс финал. Төп герой мәрхүм булғас, военкоматтан яугирҙең батырлығын иҫбат иткән ордендарҙы килтереү менән әҫәр тамам. Әммә автор шунан һуң ниңәлер Сәкинәнең ҡылыҡтарын аңлатыусы монологын бирә, был иһә спектаклдән алған тәьҫоратты кәметкәндәй. Һүҙ юҡ — Сәкинәнең ҡылығын, холҡон аңлатыу өсөн уның ғына түгел, улы Мәхмүттең характерына төшөнөү өсөн монолог кәрәк. Әммә уны монолог итеп түгел, ә конфликт рәүешендә (мәҫәлән, Ғәлимә менән Сәкинә араһында) алданыраҡ бирергә ине. Ә инде ошонан һуң бөтөнләй конфликты булмаған сәхнәне — Шамилдың армиянан ҡайтыу эпизодын күрһәтеү бөтөнләй артыҡ булып китә.
Спектакль авторҙарының теләге аңлашыла, улар ошо сәхнә менән әҫәргә юғары идея бирергә ынтылған. Әммә тамашасының психологияһы шундай: ул эске тойғо менән әҫәрҙең тәүге финалын тойоп ала һәм унан һуң булған һәр сәхнәне ҡабул итмәй, түҙемһеҙләнеп спектаклдең бөтөүен көтә.
Ошо ерҙә спектаклдең режиссеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дамир Ғәлимов хаҡында йылы һүҙ әйтке килә. Ул ҡуйған тамашалар һәр саҡ аңлайышлы, күңелгә үтеп инә, көлдөрә лә, илата ла, һәр хәлдә битараф ҡалдырмай. Был спектаклде лә режиссер тамашасы өсөн ҡуйған, шуға ул беҙгә яҡын, аңлайышлы. Бер урында ла шаштырыу, арттырып ебәреү юҡ. Сибай театрының спектаклдәре һәр саҡ шуның менән алдыра бит. Шуға халыҡ уны ярата. Ошо йәһәттән Дамир Ғәлимов был спектакле менән Сибай театрының традицияларын дауам итә тиергә була. Ул спектаклдәрендә урынлы итеп символдар ҙа ҡуллана, әммә улар йәнгә теймәй, кәкре ботаҡ кеүек һерәйеп, тамашасының асыуын килтермәй, фәҡәт идеяны асырға, тәрәнәйтергә ярҙам ғына итә. Был спектаклдә лә ҡойма урынына сәнскеле сым ҡулланылған. Әлбиттә, ул рәссам эше, рәссам идеяһы, әммә режиссерҙың фекере иҫәпкә алынғаны һиҙелә. Бер яҡтан ҡараһаң, сәнскеле сым күҙгә ныҡ ташлана, шуныһы менән авторҙар шаштырып ебәрмәнеме икән, тигән уй тыуа. Әммә уҙған быуаттың илленсе йылдарындағы ярлылыҡты иҫкә төшөрһәң, ул осорҙа ҡоймалар ситәндән дә, таштан да, сымдарҙан да эшләнеүе хәтергә килә, һәм был деталь һис тә символ булараҡ ҡына түгел, ә тормош ысынбарлығы кеүек ҡабул ителә.
Ошо йәһәттән спектаклдең сценографияһы йылы тойғо ҡалдыра. Ул зауыҡ менән матур итеп эшләнгән. Юғиһә режиссер һәм рәссамдарҙың декорацияны артыҡ символға һуҡтырып, ваҡиғаларҙың ҡайҙа барғанын аңлап булмаҫлыҡ итеп ҡороуы ялҡыта башланы. Был спектаклдә бөтәһе лә аңлайышлы һәм таныш — ауыл өйөнөң ишек алды, унда тормош өсөн кәрәк-яраҡ. Өҫтән ҡуйы булып төшөп торған ағас суҡтары, сәхнәнең арт яғы бөтә был күренеште матур итеп биҙәй. Тамашасы тәүге минуттарҙа сәхнәне яҡшылап ҡарап сыға һәм уны аңларға, ваҡиғаларҙың ҡайҙа барасағын белергә теләй. Әгәр сәхнә буталсыҡ һәм аңлайышһыҙ деталдәр менән тултырылһа, тамашасының күңелендә тәүге ризаһыҙлыҡ тыуа. Ә был спектаклдең матур, аңлайышлы һәм таныш декорацияһы баштан уҡ күңелдә яҡты хис тыуҙыра. Һис шикһеҙ, был — йәш рәссам Зилә Нурғәлиеваның уңышлы эше.
Тамашаны музыкаль яҡтан тәжрибәле композитор Урал Иҙелбаев биҙәгән. Ул быны билдәле башҡорт халыҡ йыры “Бейеш”тең вариациялары кеүек эшләгән һәм шуның менән отҡан. Һағышлы музыка спектаклдең мөхитенә тап килә һәм драматик мәлдәрҙә геройҙарҙың кисерештәрен аңларға ярҙам итә, күңелдең иң нескә ҡылдарына тейеп күҙҙәрҙе йәшкәҙәтә.
Һис шикһеҙ, А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры халыҡ күңеленә ятырлыҡ, оҙон ғүмерле булырлыҡ, уңышлы спектакль ижад иткән. Ул халыҡтың электән: “Беҙ Сибай театрын яратабыҙ. Улар һәйбәт уйнай”, — тигән һүҙҙәренә тағы бер ҡеүәт өҫтәй. Тамашасының спектаклде яратып ҡараясағына иманыбыҙ камил. Был — йәш драматург Салауат Әбүзәрҙең һәм Сибай театрының ҙур уңышы.
Наил ҒӘЙЕТБАЙ,
драматург.