Көҙгө моңда йәшлек һағышы10.10.2012
Көҙгө моңда йәшлек һағышыБашҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәйес Вәғизовты белмәгән кеше юҡтыр. Ул үҙенсәлекле тауышы, халыҡсан йырҙары менән тамашасы күңелен яулап алған. Шулай уҡ күптәргә “Яратам”, “Юлдар саҡыра”, “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”, “Һиңә барам”, “Үҙ яғыма ҡайтһам” йырҙары аша таныш. Бөгөн йырсы ғүмер миҙгеленең көҙөнә килеп етһә лә, ижади юлын дауам итә. Үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән уға мөрәжәғәт иттем.

— Мин Татарстанда — Минзәлә районының Иҫәнғол ауылында тыуып үҫтем. Бала саҡтан татар, башҡорт халыҡ йырҙарын яраттым. Яңғыҙым ҡалһам да, йыраҡ юлға сыҡһам да һәр ваҡыт йыр булды юлдашым. Йыр-моңға һөйөү үҙенекен итте. Мәктәпте тамамлағас та, Ҡазан консерваторияһына уҡырға индем. Тик унда оҙаҡ белем алырға тура килмәне, Совет Армияһы сафына саҡырҙылар. Хеҙмәт итеү дәүерендә патриотик йырҙар башҡарыу конкурсында лауреат булдым. Был еңеү мине ҡанатландырып ебәрҙе. Армиянан ҡайтҡас, яңы дәрт менән Өфө сәнғәт институтына юлландым.
— Һеҙҙең фольклор һәм инструменталь ансамблдәрҙә сығыш яһауығыҙ билдәле. Шулай уҡ “Бөгөн байрам, бөгөн туй” исемле фольклор бригадаһын булдырыуығыҙ мәғлүм. Шул турала һөйләп үтһәгеҙ ине.
— Институттан мине Башҡорт дәүләт филармонияһына солист-вокалист итеп саҡырҙылар. Тап ошо осорҙа башҡорт йыр-моң сәнғәте үҙенең үҫеш дәүерен кисерҙе. Был ваҡытта күп вокаль-инструменталь ансамблдәр бар ине. Миңә лә Айрат Кәримовтың “Ирәндек”, Бәхти Ғайсин етәкселегендәге инструменталь ансамблдә Нәзифә Ҡадирова, Фәриҙә Ҡудашева менән бергә эшләү бәхете тейҙе. Ә ни өсөн һуң үҙемә ансамбль ойоштороп ҡарамаҫҡа, тигән уй килде бер саҡ. Тиҙҙән Сәйфулла Дилмөхәмәтов менән бергә “Бөгөн байрам, бөгөн туй” исемле фольклор бригадаһы төҙөнөк. Шул осорҙа Ишмулла Дилмөхәмәтов, Сөләймән Абдуллин, Лена Зарипова, Редик Фәсхетдинов менән бергә бөтә Рәсәйҙе йөрөп сыҡтыҡ. Башҡорт халыҡ йырҙарын тергеҙеү һәм халыҡҡа еткереү “Бөгөн байрам, бөгөн туй”ҙың төп бурысы ине. Шуның өсөн мин халыҡ йырҙарын башҡарыуға күстем. “Ҡолой кантон”, “Эскадрон”, “Ильяс”, “Урал”, “Азамат”, “Ирәндек” кеүек йырҙарҙы тамашасы яратып ҡабул итте тиһәм, һис хата булмаҫ. Ниһайәт, миңә үҙемдең концерт бригадамды төҙөү һәм яңғыҙ сығыш яһау мөмкинлеге асылды. Тап ошо осорҙа “Инйәр”, “Фаягөлөм”, “Аҡҡоштар ниңә моңһоу?” кеүек йырҙарым тыуҙы.
— Бөгөнгө көн күҙлегенән ҡарағанда, ижади юлығыҙҙан, башҡарған эштәрегеҙҙән ҡәнәғәтһегеҙме?
— Профессиям һәм шәхси тормошомдан ҡәнәғәтмен. Тиҫтәләрсә йырым халыҡҡа таралды. Барған ерҙә көтөп алдылар. Артист кеше өсөн тамашасы һөйөүенән дә ҙурыраҡ баһа юҡтыр ул. Тауыш өҫтөндә күп эшләмәһәм дә, Аллаға шөкөр, тәбиғәт биргән моң һәләтем һаҡланды. Әйткәндәй, 11 октябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында киске сәғәт 7-лә ижад кисәм үтәсәк. Йыр-моң, уйын-көлкөгә битараф булмағандарҙы көтөп ҡалам.
Наҙлыгөл АҘНАБАЕВА
әңгәмәләште.



Вернуться назад