Баш ҡалабыҙҙа күптәрҙең тормошонда тәрән эҙ ҡалдырған үҙенсәлекле йорт бар. Өфөләр уның эшмәкәрлеге хаҡында яҡшы белә, сөнки инвалидтарҙың ижад йорто күптән инде сәнғәт һөйөүселәр араһында ҙур абруй ҡаҙанып, тамашасыларҙың ихтирамын яуланы.
“Ижад һарайы уттарын ҡабыҙа” тип аталған көҙгө миҙгелде асыу тантанаһы күптәрҙең күңелендә тәрән эҙ ҡалдырасаҡ әле. Үҙешмәкәр түңәрәк ағзаларының уңыштары һоҡланғыс. Мәҫәлән, ижад йортоноң вокал студияһы йырсыһы Резеда Шәрәфетдинова төрки халыҡтарҙың Силәбе өлкәһендә үткәрелгән “Уралым” фестивалендә лауреат булды. Инвалидтар араһында уҙғарылған төбәк-ара татар йыры бәйгеһендә лә һәләтле солистар һынауҙы уңышлы үтте. Танылған композиторҙар һәм сәхнә оҫталары ҡатнашлығында ойошторолған сағыу тамашалар, концерттар яңы исемдәрҙе һәм таланттарҙы асты.
Ижад йорто хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатнашыусыларҙың башҡарыу оҫталығы ла камиллаша, һәүәҫкәр коллективтар һаны арта. Төрлө йәштәге инвалидтар һәм йәмәғәтселек ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеүҙә мул тәжрибә тупланған.
Көҙгө ижади миҙгелдең асылыуы үҙешмәкәр коллективтар араһында йылы мөнәсәбәт урынлаштыра, йәштәрҙе йәмәғәт тормошона ылыҡтырыуға, инвалидтар көнитмешен яңы биҙәктәр менән байытыуға лайыҡлы өлөш индерә.
Г. ЗАРИПОВА,
инвалидтарҙың ижад йорто директоры.