Ҡыҙҙарыма08.12.2011
Мең-мең ғазап сигеп,
Теҙ сүкмәгән
Милләтемдең ике
Ҡыҙы һеҙ.
Салауаттар тоҡандырған
Уттың
Һүнмәйенсә ҡалған
Ҡуҙы һеҙ.

Нәфис заттан.
Ләкин һеҙ халҡымдың
Төҫө генә түгел,
Көсө лә:
Әле кескәй бөрө
Булһағыҙҙа, —
Урман һыя
Бөрө эсенә...

Мәгәр онотмағыҙ:
Тамыр йәйә
Үҙ ерендә булһа
Ул орлоҡ!..
Бында бары
Салауат батыр ғына
Тыуған өсөн
Башҡорт булырлыҡ!
Салауат Әбүзәров


Вернуться назад