Мин яңғыҙым08.12.2011
* * *
Мин яңғыҙым.
Бүлмәм тынып ҡалған.
Тынлыҡтың да
Тамсы өнө юҡ.
Башлап асҡан шешә
Ойоп тора, —
Теләктәрҙе үтәр
Ене юҡ.

Бер нәмә лә миңә
Тәьҫир итмәй,
Япа-яңғыҙ ҡалдым
Күгемдә.
Барыһы ла һине
Ташлай икән,
Тартыу көсө һүнһә
Үҙеңдә...
Салауат Әбүзәров


Вернуться назад