14 томлыҡ китап бушлай таратыла06.10.2012
14 томлыҡ китап бушлай таратылаЗәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең рәсми сайтында (www.kitap-ufa.ru) 14 томлыҡ «Улар еңеү менән ҡайтты» китабының электрон вариантын бушлай күсереп алырға була.

Унда Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән әйләнеп ҡайтҡан 258 мең яугирҙең исем-шәрифе индерелгән. Хәҙер Интернеттан файҙаланыусыларҙың djvu форматында кәрәкле томды күсереп алыу һәм үҙҙәренең еңеү менән ҡайтҡан яҡындары тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар. Исемлектәре һәм биографик белешмәләре Башҡортостандың административ райондары буйынса бирелгән. Быға тиклем 20 томлыҡ «Тыл геройҙары» серияһы бушлай күсереп алыуға тәҡдим ителгән тәүге баҫма булды. Бынан тыш, бөгөнгө Интернет-магазинда 100-ҙән ашыу китап һатыуға сығарылған.
А. МӨХӘМӘТОВА.


Вернуться назад