Үкенмәйек24.01.2012
Шарабының һанһыҙ
Йондоҙлоһон
Ай — мөгөҙгә ҡойҙо
Аяҡсы төн.
Шарап тамсылары
Сәсрәп китте,
Хуш еҫ солғап алды
Ерҙең өҫтөн.

Хатта эттәр
Ҡыҙмасараҡ ине,
Маташтылар
Оҙон көйҙө һуҙып.
Дингә тоғро булған
Муллалар ҙа
Иҫерерлек,
Иман шартын боҙоп.

Беҙ иҫереп,
Аунағанбыҙ бергә...
(Иҫерткәндер, бәлки,
Был йыр һине).
Ләкин үкенмәйек:
Шундай төндә
Айыҡ булһаҡ,
Гонаһ булыр ине...

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад