Һыу инәһе08.12.2011
(Бер ауыл ҡарты ауыҙынан)
Йылға яры. Мин — көтөүсе.
Күктә ҡояш ҡыҙҙыра.
Ғашиҡ булған егет кеүек
Һандуғастар һыҙғыра.
Бер мәлде һыуға төшөргә
Торғанда, ҡаттым ҡарап:
Күл ситендә ултыра ҡыҙ
Туҙынған сәсен тарап.
Ул алтын кеүек сәсенән,
Көмөш көҙгө — быуаға,
Сөбөр-сөбөр, сөбөр-сөбөр,
Һыу аға ла һыу аға.
Нәфсе тигән нәмә бар шул:
Эх, ҡараҡ булһаң ине!
Йә булмаһа, ҡулындағы
Шул тараҡ булһаң ине!..
Оҙаҡ уйлап тормай, малай,
Арттан бар ҙа ҡосаҡла...
Талдар араһынан егет
Килде сыҡты... Шул саҡта...
Нимә менән бөткәнлеген
Һөйләп тороу артыҡтыр.
Бирешмәҫ тә инем былай,
Ни әйтәһең, ҡартлыҡтыр.
Тик һуңынан, ҡарсыҡ белеп,
Боҙа яҙҙы тормошто.
Бер өҙлөкһөҙ, көнө буйы
Орошто ла орошто.
Шунан башлап, ундай эште
Бөтөнләйгә ташланым:
Эйәһеҙ, тип, ҡыҙ-ҡырҡынға
Хәҙер теймәй башланым.
Салауат Әбүзәров