Ижади балҡышың һүнмәһен, Нурия!05.10.2012
Ижади балҡышың һүнмәһен, Нурия!Уҙған быуаттың илленсе йылдарында беҙҙең яҡтағы ауылдарға радио нөктәләре ҡуйыла башлағас, халыҡтың ҡыуанысы сикһеҙ ине. Кемдең өйөндә ҡуйылмаған, күршеләренә инеп тыңлар булды. Ул ваҡытта башҡортса тапшырыуҙар ҡыҫҡа ла, һирәк тә яңғырай торғайны. Халыҡ бигерәк тә туған телендәге концерттарҙы йотлоғоп тыңланы.

Мәғәфүр Хисмәтуллин, Фәриҙә Ҡудашева, Хәбир Ғәлимов, йәш, әммә моңло йырсы Рамазан Йәнбәковтың тауышын ишетеү менән, барлыҡ эште ташлап, радио янына йыйылыр инек. Әммә ул осорҙа концерттар 20-30 минуттан да ашманы. Күп тә үтмәй, өйҙәрҙә телевизор күренә башланы. Бөгөн ниндәй генә төр телевизор, ноутбук кеүек кеше ымһындырғыс әйберҙәр булыуға ҡарамаҫтан, үрҙә телгә алынған радиоалғыстарҙан кеше айырылмаған әле. Бигерәк тә беҙҙең һымаҡ урта, оло быуын кешеләре. Башҡортса тапшырыуҙар алып барған Наилә Ғәләүетдинованың, урыҫ телендә Зөһрә Бәхтизинаның тауышын бөгөн һағынып иҫкә алабыҙ. Хәҙер йәштәргә өлгө булырлыҡ Әхәт Мортазинды тыңлап, сикһеҙ кинәнәбеҙ.
Һуңғы йылдарҙа “Юлдаш” радиоһының популярлығы артты. Аҙнаға биш тапҡыр эфирға сыҡҡан маһир һүҙ оҫтаһы, үҙенең яғымлы ла, моңло ла тауышы менән һәр саҡ күтәренке кәйефтә тапшырыу алып барған “Ҡунаҡ өйө” хужаһы Нурия Абдуллинаны хәҙер кем генә белмәй! Уның тауышын ишетеү менән “Был беҙҙең Нурия бит!” тип әйтеүҙәре лә күп нәмә тураһында һөйләй. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа композитор, йырсы, диктор Нурия һылыуға Баймаҡ районы халҡы исеменән һаулыҡ, бәхет, ижади ҡомарының тағы ла сағыуыраҡ балҡыуын теләйбеҙ.
Салауат МӨХӘМӘТШИН,
хеҙмәт ветераны, “Башҡортостан”дың штаттан тыш хәбәрсеһе.
Баймаҡ районы,
Ҡолсора ауылы.


Вернуться назад