Шүрәле08.12.2011
(Туҡайса замана әкиәттәре)
Кескәй генә бер ауыл бар,
Шул ауылдан бер егет,
Утынға тип, ҡарурманға
Киткән икән ат егеп.
Бер кәкре ҡайын төбөнә
Атын ҡуйғас туҡтатып,
Ең һыҙғанып ҡырҡа башлай
Ағастарҙы туҡ та туҡ...
Һәм бер аҙҙан, баш ҡалҡытһа...
Нимә унда, күр әле?!
Уға табан яҡынлаша
Шүрәле бит, Шүрәле!..
Маңлайында әллә мөгөҙ,
Әллә нимә ялтырай.
Был егеттең, ҡото осоп,
Быуындары ҡалтырай.
Ә Шүрәле һүҙен башлай:
— Урман ҡырҡтың — факт, — ти, —
Хәҙер һинең өҫтән, энем,
Тултырабыҙ акт, — ти.
Егет әйтә:
— Ҡарышмайым,
Теләгәс ни, тултыр, — ти. —
Күрше ауыл егете мин,
Ә исемем — Былтыр, — ти. —
Ашыҡҡандар — ашҡа бешә,
Башта уйлап алайыҡ.
Әйҙә, бынау "аҡбаш" менән
Бер аҙ уйнап алайыҡ.
Бына, был "аҡбаш" тигәндең
Башында бар ярығы,
Шул ярыҡты ауыҙыңа
Ҡыҫтыр, урман һарығы.
Уйын, тиһәң, Шүрәленең
Эсе ҡытыҡлап китә.
"Аҡбаш" менән уйнай торғас,
Арый ҙа йоҡлап китә.
...Күҙен асһа, нимә күрһен:
Елдәр иҫкән Былтырҙан.
Үҙе, меҫкен, кәкре үҫкән
Ҡайын терәп ултырған.
Салауат Әбүзәров