Дөрөҫ йәшәргә өйрәттең05.10.2012
Уҡытыусы! Ниндәй бөйөк исем!
Кешеләргә белем биреүсе.
Балаларҙың кескәй йөрәгенә
Сафлыҡ орлоҡтарын һибеүсе.
Беҙҙең дәфтәрҙәрҙә генә түгел,
Күңел хатаһын да төҙәттең.
Матур итеп уҡып-яҙырға ла,
Дөрөҫ йәшәргә лә өйрәттең.
Мең-мең рәхмәт һиңә,
уҡытыусым,
Арымай-талмай белем биргәнгә.
Һинең изге кәңәштәрең һәр саҡ
Ҡалыр беҙҙең күңел түрендә.
Алдарыңда һинең баш эйәмен,
Рәхмәт менән тибә йөрәгем.
Ныҡлы сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр
Юлдаш булһын — ошо теләгем.
Гөлназ ХӘСӘНОВА,
Иҫке Бәпес мәктәбе уҡыусыһы.
Ҡырмыҫҡалы районы.