Рухи күпер емерелмәҫ!04.10.2012
Рухи күпер емерелмәҫ!Ғәлимов Сәләм, Мөхәмәтйәров Хәй, Ҡадир Даян, Кәтибә Кинйәбулатова, Динә Талхина, Уран Кинйәбулатов, Рамаҙан Шәғәлиев... Әҙәбиәт донъяһында үҙҙәренең тос ижады менән ныҡлы урын алған шәхестәрҙе нимә берләштерә һуң? Эйе, уларҙың барыһы ла бәрәкәтле Силәбе ерендә тыуған, шунда ҡанаттары нығынған. Башҡорттарҙың был аҫаба төбәге күпме аҫыл ир-ҡыҙҙарҙы биргән халҡына! Илдә ниндәй генә үҙгәрештәр булыуға ҡарамаҫтан, милләттәштәр менән тығыҙ бәйләнештә йәшәү — беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ. Ошо арала Силәбе өлкәһендә башҡорт әҙәбиәте көндәре үтеүе — рухи күперҙәрҙең нығыуының бер сағылышы ул.

Осрашыуҙы күптән көткәндәр

Байрам саралары Силәбе ҡалаһының Ш. Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһында башланып китте. Уның мөдире Көнһылыу ӘйүповаРухи күпер емерелмәҫ! ҡунаҡтарҙы ҡаршылағанда шатлығын йәшерә алманы. Ул белем үҙәгенең тарихы һәм бөгөнгөһө менән таныштырҙы. Баҡтиһәң, китапхана былтыр 105 йыллыҡ юбилейын билдәләгән икән. Бөгөнгө көндә фондта башҡорт һәм татар телдәрендә 52 меңгә яҡын китап иҫәпләнә. Был күрһәткес әллә ни юғары түгел. Шуға ла унда эшләүселәр Башҡортостандан иғтибарҙың артыуына өмөтөн йәшермәне.
Республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғонов үҙ сығышында ике төбәктең артабанғы бәйләнеше көсәйеүе хаҡында хәбәр итте:
— Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов киләһе йылда Силәбе өлкәһендә Башҡортостан көндәрен үткәреү тураһында белдергәйне. Бөгөн иһә бер төркөм әҙиптәрҙең бында килеүе — ошо изге ниәттең башланғысы. Икенсенән, бәрәкәтле ерҙә тыуып үҫкән ҡәләмдәштәребеҙҙең яҡты рухын иҫкә алыуҙы ла бурысыбыҙ тип иҫәпләйбеҙ.
Рухи күпер емерелмәҫ!Шуныһы ҡыуаныслы: яҙыусылар менән осрашыуға килгән ҡала мәктәбе уҡыусылары үтә лә ҡыҙыҡһыныусан булып сыҡты. Урынынан тороп киткәне лә, йә иһә телефонға текәлеп ултырғаны ла күренмәне.
Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Флүзә Ғайсина: “Уҡыусылар был сараны көтөп алды”, — тине. Ни тиһәң дә, китап һәм гәзиттәрҙә күргән шәхестәр менән яҡындан танышыу, аралашыу рухты күтәрә, дәрт-дарман өҫтәй.
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улының исемен йөрөткән китапханаға Башҡортостан Яҙыусылар союзы иҫтәлеккә Шәйехзада Бабичтың портретын, автографлы китаптар бүләк итте.

Был яҡтарҙы, дуҫҡай, күр әле!

“Ҡоншаҡ яғы —
Ҙур-ҙур күлдәр иле.
Ә Сабаҡлы —
Иң дә гүзәле!
Был яҡтарҙы, дуҫҡай,
Һин күрмәһәң,
Ваҡыт табып, берәй гиҙ әле!..”
— тип тыуған яғын данлап яҙған Ҡадир Даян. Ысынлап та, хозур икән дә ул был яҡтар! Башҡорт әҙәбиәте көндәре Ҡоншаҡ ерендә дауам итте. Район Рухи күпер емерелмәҫ!үҙәгендә Ҡадир Даян исемендәге китапхана уңышлы эшләй, уның иҫтәлегенә премия ла булдырылған. Алыҫ араларҙы яҡынайтып килгән яҙыусыларҙы күрәйем тип мәктәп уҡыусылары ла, ауыл халҡы ла китапханаға дәррәү йыйылғайны.
— Шөкөр, мәктәптәребеҙҙә башҡорт теле фән булараҡ өйрәнелә, — тип һөйөндөрҙө райондың башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Герс Ғаттаров. — Мөмкинлектән файҙаланып, Башҡортостанға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Артистар ҙа йыш килә, телевидение ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Яҙыусылар, сәнғәт әһелдәре менән осрашҡандан һуң халҡың өсөн ғорурланыу тойғоһо арта бит ул!
Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарай алыуҙары өсөн дә һөйөнә милләттәштәребеҙ.
Әҙиптәрҙең сығышынан һуң ҡоншаҡтар ҙа теләк-тәҡдимдәрен әйтте.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ғүмерен белем биреүгә арнаған Мөнир Шаһиев телдән, диндән, ерҙән айырылмауҙы теләне.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сөнәғәт Яҡупов та күптән йөрәген өйкәгән күренеш хаҡында әйтеп һалды:
— Башҡорт халҡы ғүмере буйына Рәсәйгә тоғро булған. 1812 йылда ла, ХХ быуаттың шаулы осоронда ла илгә ныҡлы терәк инек. Ә бөгөн иһә телевизорҙан тапшырыуҙарҙа беҙҙең халыҡ тураһында ләм-мим! Хатта район үҙәгендә мәсет һалырға урын бирә алмайҙар. Был бит ғәҙелһеҙлек! Милләттәштәр, әйҙәгеҙ, бергәләшеп үҙ мәнфәғәтебеҙҙе яҡлайыҡ!
Дөрөҫөн әйткәндә, ундай проблемалар һирәк күренеш түгел. Күңелһеҙ осраҡтарға юл ҡуймаҫ өсөн, был мәсьәләләрҙе юғары кимәлдә хәл итер кәрәк. Урындағы халыҡтың уяу, берҙәм, ныҡыш булыуы мөһим.
Ҡ. Даян исемендәге китапхана мөдире Дамира Нәжметдинова Башҡортостан ҡунаҡтарын Һары ауылы халҡы менән дә осраштырҙы.

Рухи күпер емерелмәҫ!Китап уҡығандар әҙәпһеҙ булмай

Арғаяшта яҙыусыларҙы район хакимиәте башлығы Исрафил Вәлишин ҡаршыланы. Башлыҡ төбәктең социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы, киләсәккә пландарын һөйләп бирҙе. Күпселеген башҡорттар йәшәгән райондың бөгөнгө хәле хаҡында мәғлүмәт алыу әҙиптәр өсөн ҡыҙыҡлы ине.
— Исрафил Вәлишин бына икенсе срокка һайланды, — тип ҡыуанысын белдерҙе урындағы ҡоролтай рәйесе Айҙар Ишбирҙин. — Үҙебеҙҙең рухлы ағай етәкләгән саҡта, эштәр алға барасағына шикләнмәйбеҙ.
Әйткәндәй, районда башҡорт теле аҙнаһына өс сәғәт уҡытыла. Шуға ла бындағылар әҙәбиәт һәм мәҙәниәт менән яҡшы таныш.
Ҡолой ауылы халҡы менән осрашыу ҙа үҙенсәлекле үтте, әҙиптәр 1902 йылда уҡ төҙөлгән мәсеткә лә инеп сыҡты. Ҡолойҙар элек-электән әүҙем булған. 1918 йылда Зәки Вәлидиҙең үтенесе буйынса полк төҙөүҙә ярҙамлашҡан.
Күренекле шағирә Кәтибә Кинйәбулатованың ҡәберенә сәскә һалды ҡәләмдәштәре. Әҙибәнең яҡты рухына бағышлап аят уҡылды.
Кисен иһә район үҙәгендәге мәҙәниәт йортонда күркәм тамаша ойошторолдо. Төрлө ауылдарҙан килгән уҡыусылар һәм уҡытыусылар һәр сығышты йотлоғоп тыңланы.
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғоновтың һөйләгәне күптәрҙең хәтерендә уйылып ҡалғандыр. Уның бер өлөшөн һеҙгә лә еткерәйем әле:
“Билдәле башҡорт яҙыусыһы Рәшит Солтангәрәев университетта уҡып йөрөгән саҡта шундай хәлгә тарый. Ул театрҙан һуң ғына ҡайтырға сыға. Урамда ҡараңғы. Берәйһе килеп бәйләнмәһә ярар ине тип хәүефләнеп кенә атлай. Шул саҡ эргәһенән ҡуйынына китап ҡыҫтырған егет үтеп китә. “Моғайын, китап уҡыған кеше изге күңеллелер, уның янынан ҡурҡмай барырға була”, — тип уйлай Рәшит һәм артынан эйәрә. Шулай итеп, буласаҡ яҙыусы имен-аман ҡайтып етә...”
Ысынлап та, китап яратҡан кешенең әҙәпһеҙ булыуы мөмкин түгел. Силәбе ерендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ иһә әҙәбиәтте яҡын күрә. Ә әҙәбиәт — һәр кемгә ҡараңғылыҡта ла дөрөҫ юл күрһәтеүсе бер маяҡ ул.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
Силәбе өлкәһе.


Вернуться назад