Ваҡытында әйтелгән һүҙ04.10.2012
Һуңғы ике тиҫтә йылдан ашыу осорҙа республикабыҙҙағы ваҡытлы матбуғат биттәренән әҙәбиәт, әҙәби мөхит хаҡында барлыҡ мәҡәләне лә энәһенән ебенә тиклем уҡып барырға тырышам. Әлбиттә, төрлө кимәлдәге, төрлө сығыштар бихисап, ләкин әҙәбиәт, ижад һәм бигерәк тә яҙыусыларҙың бер-береһенең әҫәрҙәре тураһында мәғлүмәт бик һирәк кенә була. Ни өсөн? Сәбәптәре барҙыр... Бөгөн мине һөйөндөргәне шул: Әмир Әминевтең “Ҡәләмдәштәргә һүҙ” тигән йыйынтығын ҡулға алып, шик-шөбһәм юҡҡа сыҡты.

Китаптың исеме үк үҙенә ылыҡтырып тора. Һүҙ баһаһын аңлап, ҡөҙрәтен баһалап, һинең менән бер мисәүҙә егелеп, әҙәбиәт тигән даирәгә хеҙмәт итеүселәргә өндәшеү — йыйынтыҡҡа тупланған яҙмалар. Автор, сирек быуат буйы әҙәби процесты күҙәтеп, бер генә яңылыҡҡа ла битараф ҡалмаған. Тап ошо осорҙағы барлыҡ яҙмаларҙы, сығыштарҙы бер китапҡа туплап, автор уҡыусыһына бай йөкмәткеле, тәрән уйҙар, төплө фекер менән ижад ителгән әҫәрҙәрен тәҡдим итә. Структур яҡтан йыйынтыҡ өс бүлектән тора. Һәр бүлек үҙенең формаһы, жанры менән айырыла.
“Ҡәләмдәштәргә һүҙ” йыйынтығының тәүге оло бүлеген мәҡәләләр һәм рецензиялар биләй. Ике тиҫтәнән ашыу яҙмала башҡорт прозаһының әҙәби процестағы үҫеш үҙенсәлектәрен күреп кенә ҡалмайһың, әҙәбиәттең алтын бағаналарын тәшкил иткән әҙиптәрҙең әҫәрҙәренә иғтибарлы, ихтирамлы ҡараштарҙан туҡылған ентекле хеҙмәттәргә лә тап булаһың.
Башҡорт прозаһында ярты быуаттан ашыу егелеп эшләгән, үҙ әҫәрҙәре менән тәбиғәт һәм кеше мөнәсәбәттәренә һәйкәл ҡуйған халыҡ яҙыусыһы тураһында биш мәҡәлә тупланған. Ә. Әминев “Яҙмыштарҙа — тормош йөгө”, “Хәтәр мәлдең йылъяҙмаһы” тигән мәҡәләләрҙә Ноғман Мусиндың “Зәңгәртауҙа — аҡ болан”, “Яралы кеше тауышы”, “Таң менән сыҡ юлдарға” тигән трилогияһына ентекле анализ яһай. Автор иғтибарҙы бигерәк тә романдарҙағы герой һәм тылдағы көрәш пафосына нығыраҡ бүлә. Ә яҙыусы ижадында бөтөнләй яңы форматта яҙылған “Йыртҡыс тиреһе” һәм “Ике ир һәм бер ҡатын” повестарын да күҙ уңынан ысҡындырмай, хаҡ баһаһын бирә. Халыҡ яҙыусыһының “Шунда ята батыр һөйәге...” романы хаҡындағы һүҙен “...Әҙәбиәтебеҙҙә күренеш булырлыҡ факт тип баһаларға тулы нигеҙ бар” тип тамамлай. Бәхәсһеҙ. Әҫәр киң ҡатлам уҡыусыларының һөйөүен яуланы.
Икенсе күренекле прозаик Рәшит Солтангәрәев ижадын дүрт мәҡәлә аша күҙ алдына баҫтыра. “Буранда юл ярыусы” тигән мәҡәләлә Р. Солтангәрәевтең тулы характерын күҙ алдына баҫтырһа, ҡалған яҙмаларҙа прозаиктың “Беҙ йәшәгән ер”, “Кешеләр” әҫәрҙәренә махсус туҡтала. Ә. Әминев, ҡәләмдәштәренең әҫәрҙәрен күңел күҙе аша үткәреп, профессиональ талаптарҙан сығып баһалай. Тикшереүсенең Мәскәү мәктәбен үтеүе лә һәм шулай уҡ донъя әҙәбиәте менән хәбәрҙар булыуы ла ҡараштар даирәһен киңәйтә. Әҫәрҙе интуитив тойомлау ҙа, ябай художестволы деталь аша уның фекерен асып биреүе лә проза нескәлектәрен яҡшы белеүҙән килә. Шуға ла Әмир Әминевтең яҙмаларында Р. Солтангәрәев прозаһын бөтөнләй икенсе яҡтан астым.
Ә. Әминевтең “Прозабыҙ Ирәмәле” тигән эпик ҡоласлы, художество алымдарҙың төрлө ысулдары менән тикшереүгә ҡоролған мәҡәләһе алты өлөштән тора. Әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемәләп, үҙ халҡына бөйөк яҙыусыһын ҡайтарып ҡына бирмәне, ә Талха Ғиниәтуллин прозаһына өр-яңынан бағып, уҡыусыларға күпер һалды. Ул яҙыусы ижадының темаһын, һүрәтләү алымдарын, герой типтары менән эш итеүен ентекле, нәзәкәтле итеп еткерә беҙгә. Бай йөкмәткеле яҙмала йөрәк йылыһы, һоҡланыу шишмә кеүек урғылып тора. Әйткәндәй, башҡорт прозаһының иң бейек һәм бөйөк нөктәләрен ошо әҙиптәр ижадында күрһәтә лә.
Зиннур Ураҡсин ғүмер ахырында әҙәби ижадҡа ныҡлап тотонғайны. Байтаҡ уймаҡ хикәйәләр, повестар һәм “Ҡорот” исемле тарихи романын ижад итеп өлгөрҙө. Әмир Әминев “Һыҙланыу” мәҡәләһендә академиктың ижад лабораторияһын байҡай, үҙенсәлекле яҡтарын билдәләй.
Яҙыусы тиңдәштәре, замандаштары ижадына ла битараф түгел. “Салауаттың йәше” тигән роман сыҡҡас та “Аҫылғужа һәм уның романы” тигән тәрән йөкмәткеле мәҡәләһе менән сығыш яһаны. Өр-яңыса күҙ алдына баҫтырған милли батырыбыҙға берсә һоҡланып, берсә хафаланып яҙа, сөнки мәҡәлә яҙыусы был донъянан киткәс баҫыла. Ә. Әминев яҡташтарына ла иғтибарлы. Уның “Торналар төйәге йырсыһы” Ғ. Вәлиевкә арналһа, Гөлнур Яҡупованың “Йыртҡыс ҡаны” повесына күҙәтеү яһай.
Был донъянан иртә киткән, ярайһы уҡ үҙенсәлекле прозаик Марсель Искәндәрҙең ижады, “Ҡомаҡтар” романы тураһында ла фекерҙәре объектив яңғырай.
Ә. Әминев әҙәбиәткә Сабир Шәрипов, Таңсулпан Ғариповалар менән бер осорҙа аяҡ баҫты. Шуға ла үҙ замандаштары, ҡәләмдәштәре тураһында мәҡәләләр күңел йылыһы менән һуғарылып, һәр артылышты күҙаллап ижад ителгән. Бында ижади бәхәс тә, сәм уятырлыҡ фекер ҙә юҡ түгел. Ә шулай ҙа ҡәләмдәштәренә иң ҡуйырлыҡ терәктәй теләк ярылып ята.
Китаптың тәүге бүлегендә дүрт ҡылҡәләм оҫтаһы тураһындағы бай йөкмәткеле мәҡәләләр ҙә бар. “Өс осрашыу” тигән ҙур яҙмала автор халҡыбыҙҙың бөйөк улы Әхмәт Лотфуллиндың ижады хаҡында ҡайһы бер фекерҙәре менән уртаҡлаша. Рәссамдың картиналарының милли колоритын, буяуҙар гаммаһының тәрән мәғәнәһен автор урындағы материалдар аша күрһәтә. Артабан Эрнест Сәйетов һәм Рәшит Зәйнетдиновтар тураһындағы яҙмаларҙа Әминевтең һынлы сәнғәтте тәрән аңлауы, үҙенсәлекле штрихтар аша оло мәғәнә табыуы асыҡтан-асыҡ сағыла. Ә “Уйсан ижад” тигән мәҡәләлә рәссам Хатип Фазыловтың ижади донъяһы күҙ алдына баҫа. Дөйөм алғанда, автор һүҙ ҡәҙерен белгән кеүек төҫтәр гаммаһында ла иркен йөҙә, ҡылҡәләм оҫталарының эштәрен берҙәй тәфсирләп бирә.
Ә. Әминев — әүҙем гражданлыҡ позицияһында торған әҙип. Уның йәмғиәт тормошонда ҡайнап, республикабыҙҙың, илебеҙҙең әҙәби донъяһында күп төрлө сығыштары әленән-әле күҙгә тәл булып тора. Йыйынтыҡтың икенсе бүлегендә төрлө сығыштар урын алған, улар Өфөлә, Мәскәүҙә үткән йыйылыштарҙағы әҙәби йомғаҡтар булып күҙ алдына баҫа. “Тормош тасуиры” һәм “Мөғжизәгә ышанам” Башҡортостан яҙыусыларының ХII һәм ХIV съездарынан бик ентекле, ошо осорҙағы проза жанрҙарының барыһына ла төплө анализы менән айырылып тора. Шулай уҡ Ә. Әминевтең йыллыҡ әҙәби йомғаҡтары ла үҙенең тулылығы һәм объективлығы, художестволы юғарылыҡты билдәләүсе үҙенсәлекле ҡараштары менән бай. Милли әҙәбиәттең проблемалары ла яҙыусы ҡәләменән ситтә ҡалмаған. “Заман талаптары юғарылығына” тигән Рәсәй Яҙыусылар союзы секретариаты ултырышындағы сығышында, тәржемә өлкәһен әүҙемләштереп, милли әҙәбиәттең сиктәрен киңәйтеү хаҡында төплө фекерҙәр менән билдәләнә.
Китаптың өсөнсө бүлегендә прозаик Әмир Әминев менән әңгәмәләр тупланған. Мөнир Ҡунафиндың “Һәр нәмәнең үҙ мәғәнәһе” тигән һөйләшеүҙэ “Сөңгөл” китабындағы хикәйәләр, Флүзә Мырҙабаеваның “Әҙәбиәт — үҙе үк сәйәсәт”тә “Усман ташы” повесы хаҡында ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле ҡараштар теркәлгән. Ә ҡалған икәүһендә Фәнил Күзбәков менән Лариса Абдуллина әҙип менән күберәк әҙәбиәт, уның проза төрө хаҡында һүҙ йөрөтә.
Һәр әңгәмә ҡараштар киңлеге, ҡабатланмаҫ фекерҙәр, рациональ кәңәштәр менән тулы. Бында яҙыусының тормош позицияһын бөтә тулылығында күреү мөмкинлеге бар.
Әмир Әминевтең “Ҡәләмдәштәргә һүҙ” йыйынтығы — яҙыусының үҙ заманына, замандаштарына, әҙиптәргә ихлас күңелдән әйтелгән һүҙе. Ул һүҙҙә йөрәк йылыһы ла, ҡараштар иркенлеге лә, фекер тәрәнлеге лә, хафа менән тетрәнеүҙәр ҙә, иңде ҡуйыр ир көсө лә ярылып ята. Ваҡытында, эйе, тап ваҡытында әйтелгән һүҙ.
Зәки ӘЛИБАЕВ.


Вернуться назад