Айһылыуҙар алдында Азия баш эйҙе04.10.2012
Айһылыуҙар алдында Азия баш эйҙеКөтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай,
Шундай ҡыҙҙар — ят та үл инде!..
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә үҙең бел инде...

Үҙҙәренең гүзәллеге менән ҡытайҙарҙы ах иттергән һылыуҙарҙы тәү күреүҙән үк
Рәми Ғариповтың был шиғри юлдары иҫемә төштө. Икеһенең дә исеме Айһылыу булған ҡыҙҙар гүзәллеге менән күптәрҙе хайран иткән.
19 — 29 сентябрҙә Ҡытайҙа “Азия Супер Моделе-2012” Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы үткәйне. Унда Вьетнамдан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән, Ҡытайҙан, Кореянан, Һиндостандан, Сингапурҙан, Таиландтан, Малайзиянан, Монголиянан, Шри-Ланканан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан, Рәсәйҙән йәмғеһе 26 һылыуҡай ҡатнашҡан. Гүзәллек бәйгеһе телевизион шоу булараҡ ойошторолған икән. Ун көн эсендә ҡыҙыҡлы тамашаны зәңгәр экрандарҙан 60 миллиондан ашыу кеше ҡарап өлгөргән. Әйткәндәй, был конкурста Рәсәй өсөн Хабаровскиҙан сығыш яһаһалар, Башҡортостан иһә айырым ил булараҡ ҡатнаша.
Өфө дәүләт нефть техник университетының III курс студенты Айһылыу Юнысбаева менән БДУ-ның V курсында белем алыусы Айһылыу Фәтихова унда башҡорт ҡыҙҙарының гүзәллеген, нәфислеген күрһәтә. Айһылыуҙар быға тиклем республикала үткәрелгән матурлыҡ конкурстарында еңеү яулап өлгөргәйне. Улар әле Линара Таһированың “Һылыуҡай” студияһында шөғөлләнә.
Конкурс шарттарына ярашлы, һәр ҡатнашыусы милли кейемдә сығыш яһай. Беҙҙең ҡыҙҙарҙың зауыҡлы костюмдары күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра.
Һөҙөмтәләр буйынса башҡорт һылыуҙары Азияның ун иң гүзәле иҫәбенә инә. Ә Әлшәйҙән Айһылыу Юнысбаева “Тамашасы һөйөүе” титулына лайыҡ була.
— Алыҫ юлға сыҡҡанда ҙур яуаплылыҡ тойҙоҡ, — ти Линара Таһирова. — Ни тиһәң дә, ҡытайҙар ҡыҙҙарға ҡарап уның халҡы тураһында фекер йөрөтә. Ә беҙҙекеләр һынатманы!
А. АБҘАҠОВ.


Вернуться назад