Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәре 24 — 26 сентябрҙә Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта уҙғарылған “Китап — хеҙмәттәшлек һәм үҫеш юлы” VII халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнашты.
“Рәми Ғарипов. Тормошо һәм ижады” фотоальбомы “Нәфис әҙәбиәт” номинацияһында еңде һәм диплом менән бүләкләнде.
Был сара ил кимәлендә китап индустрияһының уңыштарын күрһәтеү, төркмән халҡының әҙәби мираҫын пропагандалау һәм донъя халҡының әҙәбиәте менән танышыу маҡсатында үткәрелә. Күргәҙмәлә нәшерселәр үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүҙәр төҙөй, китап сығарыуҙа килеп тыуған мәсьәләләр менән уртаҡлаша, уларҙы хәл итеү юлдарын асыҡлай.
С. НӘЗИРОВ.