Ожмах емеше08.12.2011
Ожмах баҡсаһында, тиҙәр,
Үҫә тыйылған емеш.
Шул емеште һорамайса
Әҙәм, ти, өҙгән имеш...

Ысынмылыр, бушмылыр был —
Бәхәсләшер юҡ самам.
Тик беҙ — Әҙәм балалары —
Емеш өҙәбеҙ һаман.

Ул емештә ҡөҙрәт сикһеҙ:
Ул — тамуҡ һәм ул — йәннәт.
Йә тормошоңдо емерә,
Йә балҡый тормош йәмләп.

Ул емеш — иң татлы ләззәт,
Ул — ғазаптар емеше.
Мәңге тәүбәһенә килмәҫ
Уны тәмләгән кеше.

Уны өҙөү — үҙе бәхет,
Һәм утта янып-көйөү.
Был — сауап, гонаһ емеше,
Исеме уның — һөйөү.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад