Хәтерҙәрҙә тере ҡалыр өсөн...04.10.2012
Хәтерҙәрҙә тере ҡалыр өсөн...Дамир ШӘРӘФИ

Киләсәк мин

Иртәгәмде әле беләм дә ул,
Ә ары һуң ҡайҙа китергә? —
Бер ҡабынып, берсә юҡҡа сығып,
Йөрөй унда монар-хәтирә:

Йә берәүҙә шиғри осҡон тыуа,
Минән ҡалған эҙҙән ҡабынып,
Йә нәсәбем иҫкә алып ҡуя,
Шәжәрәмә остан тағылып...

Ә шулай ҙа шаулы табындарҙа,
Үлсәм юҡта әйткән һүҙҙәргә,
Ҡыҙыу бәхәс сәбәпсеһе булып
Мин мотлаҡан уҙам түрҙәргә, —

Ана шунда йәшәүемде тоям,
Шунда миңә баһа бирелә!..
... Ә әлегә, бына ул — мин, тиеп,
Шәпмен дә ул, тиеп йөрөлә...

Әлегем шул монар-киләсәктән
Ысынтылап, буғай, көнләшә:
“Хәтерҙәрҙә тере ҡалыр өсөн
Киләсәктә бөгөн һин йәшә!..”

Ҡәләмдәш дуҫтарға

Беҙ инек — саф күҙ инек,
Холоҡташ игеҙ инек...
Бер-беребеҙгә ҡот инек тә,
Кәрәктә — тос һүҙ инек.

Беҙ инек — илдәш инек,
Заманға көндәш инек,
Аҡһаҡалға тиңдәш инек,
Үҙебеҙ йәп-йәш инек...

Беҙ инек — берҙәм инек,
Тотошлай йәм, сәм инек...
Ҡай арала таралдыҡ та
Ни арала кәменек?..

Беҙ инек — хисле инек,
Һүрелмәҫ төҫлө инек.
Кемлекте иҫләргә ҡалды,
Болоҡһоу кискә инеп:
Кем инек беҙ, кем инек?!

Сәләм төшө

Сәфәрендә йонсоп аҙашҡанмы? —
Алыҫ-алыҫтарҙан сәләмең
Төштә генә бөгөн килеп инде.
Кем ғәйепле: һинме, әллә мин?

Төштә күргәс, сәбәп миндә һымаҡ.
Тик төшөнә кем һуң хакимдар?
Онотаһың йән дуҫтарҙы, тиеп
Шелтәләргә, былай, хаҡым бар.

Һин ҡайҙалыр хәҙер — белгән дә юҡ.
Ә сәләмең ихлас, илгәҙәк...
Мәле еткәс, әйләнәңде барлау —
Кешелектә йәшәй ул ғәҙәт.

Шул миҙгелгә етәбеҙ ҙә икән,
Төштә шуны иҫкә төшөрҙөң.
Кер төштәргә, үкенесен өйкә
Моңһоҙлоғон тойған иҫәрҙең...

Мәлдәр

Үтә донъя:
Илертерлек эҫе
Ямғыр менән кинәт алмашына...
Ышаныс ҙур — әрнеткес күҙ йәше
Керпегеңдә оҙаҡ ҡалмаҫына;

Ышаныс ҙур: был боҙ ҡалын түгел,
Ҡотоп булып ҡатмаҫ йәндә — ирер.
Ҡыҫҡаһың, мәл, тип ҡыуанған күңел
Шулай ғүмер үтеүенә күнер...

Сағыштырыуҙар

Кемдер әйтер: минең һүҙем —
Йыраҡ артиллерия:
Алыҫ киләсәккә үтеп
Ғәмһеҙ йәндәрҙе ҡыя!..

Йыраҡлыҡта әтнәкә бар —
Сәпкә тейеү икеле,
Һабантуйҙа ул күҙ бәйләп
Көршәк ватыу шикелле.

Тура тоҫҡай һәм тос бәрә
Яуҙа мылтыҡ һәм ҡылыс.
Яуабына һиңә яуған
Таштары ла ҡурҡыныс.

Киләсәккә туптар ташлап,
Балтаң булһа билеңдә,
Күпкә оҙонайыр һымаҡ
Ер йөҙөндә көнөң дә.

Тотоп булалыр ҙа шулай
Ике кәмә ҡойроғон,
Тойған саҡта оло һыуҙың
Бер тарафҡа ҡыуғанын.

Тик ҡыҫҡа шул ташҡын мәле, —
Ярына һыуҙар ҡайта.
...Аға, ана, туплы кәмә,
Ҡырсында ята балта...

Һуҡыр

Яҙмыш уны алдан ҡыйырһытҡан.
Тик ул үпкәләмәй тормошҡа.
Әсә һөтөмөлөр, тик тыумыштан
Сабыр ҙа ул, күндәм, тыныс та.

Ул шулай ул, тиҙәр таныштары,
Белеүселәр иһә яҡындан
Һүҙ йөрөтә оло эске ҡөҙрәт,
Донъя иңләр аҡыл хаҡында...

Ул да тоя көстө — хыялында
Тулғандыра меңгә ер йөҙөн...
...Ә шулай уҡ насармы был донъя?
Күҙ һалырға ине көндөҙөн...

Лаҡап


Афаринһың, Дамир, тиеп
Үҙемде ҡуям маҡтап, —
Һинең хаҡта ил телендә
Әҙме ҡуйыра лаҡап!

Чапай тарихынан беләм:
Халыҡ хәтере оҙон...
Бәлки, оҙаҡ та йәшәмәҫ
Яҙып ҡалдырған һүҙем,

Тик оҙон ғүмерле булыр
Минең турала һүҙҙәр!
Ана шундайҙы донъяла
Халыҡ шағиры тиҙәр...


Вернуться назад