Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры яңы миҙгел асылыуға тамашасыһына оло бүләк әҙерләне. Софоклдың “Эдип батша” трагедияһы буйынса ҡуйылған был спектаклдең режиссеры — Искәндәр Сакаев.
Ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Искәндәр Рәүеф улының бер аҙ буш ваҡытын “урлап”, гәзит уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.
— Искәндәр Рәүеф улы, ни өсөн һеҙ тап “Эдип батша”ны сәхнәләштерергә булдығыҙ?
— Персонаждарҙың исемен һәм текст ҡоролошон иҫәпкә алмағанда, был пьеса бөгөнгө тормош хаҡында яҙылған кеүек: шул уҡ хакимлыҡ, юғарыға үрләү, кире ҡолау кеүек күренештәр бер-береһен алыштырып, бер-береһенең артынса килә.
Тарихи йәһәттән дә “Эдип батша” беҙҙең тамашасыға, театрға ят түгел. Академтеатрҙың 1919 йылда ҡуйылған тәүге спектаклдәренең береһе — Софоклдың тап ошо пьесаһы.
— Һеҙ Рәсәй буйынса ла, Башҡортостан театрҙарында ла байтаҡ спектакль ҡуйҙығыҙ. Әле лә, моғайын, саҡырыуҙар булғандыр. Ни өсөн тап ошо театрҙы һайланығыҙ?
— Әлбиттә, саҡыралар. Әммә тап Өфөлә спектакль ҡуйыу өсөн сәбәптәр бар: республикабыҙҙың баш театры, уның һулышы, йәшәйеше минең өсөн бик яҡын. Бында үҫтем, 1991 йылда режиссерлыҡ буйынса уҡырға ингәнсе, театр спектаклдәрендә күмәк сәхнәлә ҡатнашып йөрөнөм.
— Үҙегеҙҙән трагедияға ниндәй күренештәрҙе өҫтәнегеҙ?
— Тексты бер аҙ үҙгәрттек һәм ике геройҙың — Сфинкс менән Лайҙың — тәбиғәтен тулыраҡ асып бирергә тырыштым. Бының менән әҫәрҙең традицияһын боҙам тип иҫәпләмәйем, сөнки улар ошо тарихта ҙур роль уйнай.
— Спектаклдә ҡатнашыусы актерҙар хаҡында бер нисә һүҙ әйтеп үтһәгеҙ ине. Планлаштырғанығыҙ тормошҡа ашып киләме?
— Хөрмәтулла Үтәшев менән күптән хеҙмәттәшлек итергә теләй инем. Ул — талантлы актер. Ғөмүмән, спектаклгә йәлеп ителгән актерҙар: Алмас Әмиров, Айһылыу Йомағолова һәм башҡалар бик үҙенсәлекле, барыһын да тиҙ тотоп алыусы ижадсылар. Ә Башҡорт дәүләт академия драма театры өсөн был оло табыш.
— Һеҙҙеңсә, тамашасы был спектаклдән ниндәй фәһем алырға тейеш?
— “Не возносись, мол, смертный, не к лицу тебе...
Карает за гордыню карой грозною
Судья крутого нрава, беспощадный Зевс...” — ошо һүҙҙәр был пьесаның нигеҙен тулыһынса асып бирә, минеңсә.
— Ниндәй пландар, хыялдар менән йәшәйһегеҙ?
— Үткән миҙгелдә Санкт-Петербургта, Архангельскиҙа, Костромала, Липецкиҙа, Стәрлетамаҡта эшләнем. Бигерәк тә Түбәнге Новгородта ҡуйған эшем ҡәҙерле миңә. Был спектакль “Эдип батша”ны ҡуйыу өсөн ҙур ярҙам, оло этәргес булды: унда ла енәйәт ҡылған өсөн яуап тотоу хаҡында һүҙ бара. Шулай уҡ ул театрҙа бик яҡшы коллектив туплағайныҡ, бында ла шуға ынтыласаҡмын.
Ә киләсәккә ҡорған пландарым хаҡында өндәшмәй торам. Киләһе йәйгә тиклемге ваҡытым әле үк билдәле.
Рита ХӘСӘНОВА әңгәмәләште.