Тере шишмә тамсылары02.10.2012
Тере шишмә тамсыларыБоронғо һүҙ оҫталарының бөгөнгә ҡәҙәр килеп еткән шиғри юлдары хайран итеп кенә ҡалмай, беҙҙең өсөн илһам сығанағы ла булып тора. Эйе, шиғриәтебеҙҙең дәүерҙәр үлсәмен күрһәткән данлы традицияһы, бай сәнғәтле үткәне бар. Дәүер үлсәме, тинем, ләкин кеше мөмкинлегенең үлсәме юҡтыр: һәр ижадсы донъяны үҙенсә кисерә, үҙенсә таный, уй-ғәмен үҙенсә тасуирлай. Ә инде аҡ ҡағыҙға һалыу менән сикһеҙ арауыҡҡа һыймаҫ кисерештәр барыбер уҡыусыһы өсөн аныҡлана.

Замандаштарының мөнәсәбәтен тойоп, улар менән ихлас аралашып йәшәгән ижадсылар араһында Лилиә Һаҡмарҙың үҙ урыны бар. Мәктәп йылдарында уҡ аҡ ҡағыҙға төшкән шиғри юлдары уның булмышын сағылдыра ине, үҙенең шиғри асылына хыянат итмәне лә, БДУ-ла студент йылдарында ла уйсан шиғырҙары менән айырылып торҙо. Ижады менән яҡындан таныш кеше әҙибәнең ниндәй арауыҡтарға күҙ ташлауын, тышҡы тыныслыҡ эсендә ниндәй ялҡын дөрләүен, һис шикһеҙ, тоясаҡ. Лилиә Ҡәйепованың һуңғы китабы “Эстафета” тип атала. Был шиғри йыйынтығын Лилиә алты арауыҡҡа бүлгән. Миңә иһә шул өлөштәрҙе барлап, ҡайһы бер фекерҙәрем менән уртаҡлашырға ғына ҡала.
Автор тәҡдим иткән йөкмәтке эсенә ингәнгә тиклем аҡ ҡағыҙ бите минең өсөн бер төпһөҙ арауыҡҡа әйләнде лә ҡуйҙы. Көтмәгәндә. Аптырап та ҡуйҙым. Быға тиклем бындай фекерҙең нисек башҡа килмәгәненә, әлбиттә. Ә ҡағыҙҙың бындай һынланышына Лилиәнең һәлмәк юлдары этәрҙе:
Яңы битен асам дәфтәремдең,
Асҡан кеүек тәҙрә ҡорғанын, —
ти ул. Һәм оҫта ҡуллы рәссам яңы төҫтәргә мансып, үҙенең һүрәтен нисек йәнләндерергә өлгәшә, шуның кеүек икенсерәк һүҙ өҫтәп, баяғы фекерҙе тағы ла көсәйтеп, шиғырҙы маһирҙарса ослай:
Ә шулай ҙа асам яңы битте,
Асҡан кеүек донъя пәрҙәһен.
Изге ҡағыҙ, изге дәфтәр — шағирҙың кешелек менән һөйләшеү мөмкинлеге. Алтын һүҙҙәр күңелдә йөрөһә лә, ҡағыҙға яғылып ҡына тулы килеш әҙәбиәт һөйөүсегә барып етә ала. Ошо пәрҙәне һаҡ ҡына асып, беҙ ҙә ижадсының күңел донъяһына үтеп инәбеҙ. Лилиәнең ижадын яңы үрҙәргә менеү менән сағыштырһаҡ яңылышмабыҙ.
Үркәс тауҙар илен күрер өсөн
Ҡайтайыҡ беҙ ҡасып ожмахтан, —
тип өндәшә ул тыуған ауылына бағышлаған бер шиғырында, ә минең өсөн, иң элек, был юлдар ҡәләм оҫтаһының ижади эшмәкәрлеге булып кәүҙәләнде. Ул дауылдан илһам ала, үкенес-һыҙланыуҙар аша таба кәрәкле һүҙҙе. Яҙмышына зарланмай, ә сабыр ғына үҙ юлы менән бара.
Тыныс ҡына аҡҡан көмөш һыуҙың
Төптәрендә дауыл-ут микән?
Сабырлыҡтың төбөндә нимә ятҡанын ошо һүҙҙәр асыҡ әйтә, һәм был юлдар нисек иғтибарҙан ситтә ҡалһын инде!
Юлға сығам,
Алыш һуҡмағына,
Юғалтыуҙар, табыштарға табан,
Дауылдарҙан ҡыйыулыҡтар алам.

* * *
Сыныҡмаған ҡорос мурт икәнен
Белмәгәнең генә үкенес.
Шағирә “Беренсе арауыҡ”ты уҡыусыһына “Ғорур йәшә, Башҡортостан!” тигән шиғыры менән асыуҙы хуп күргән. Киләсәк, халыҡ яҙмышы, тел, рух мәсьәләләренең үҙәк урында тороуы тәбиғи. Быларҙы аңлаған хәлдә лә тормошто ябайлаштырып ҡарамауы менән иҫтә ҡала. Тормош ҡатмарлы һәр даими үҫештә уны һәр кеше үҙенсә асырға тырыша, хәҡиҡәткә үҙенсә килә. Тормош үҙе гел йомаҡтан тора, ти ул. Ысынлап та, бөтә һорауҙарға әҙер яуап булһа, еңел һәм аңлайышлы булһа, ғүмер кисереү тип атап та булмаҫ ине.
Был һинең күңелдә, был
минең күңелдә
Үлемһеҙ заман ярала, —
ти шағирә заманы тураһында. Шул юлдар әҙибәнең бөгөнгөбөҙгә мөнәсәбәтен дә аңлаталыр. Йәшәү рәүешен, ынтылыш-маҡсатын төҫмөрләргә була. Заман киң мәғәнәле, беҙ, һәр хәлдә, Һаҡмарҙың “Эстафета” китабы аша уның күңелендә Тыуған ил, халыҡ һәм мөхәббәт иң ҙур урын биләгәнен күрербеҙ.
“Икенсе арауыҡ” серле лә, мөғжизәле лә, ғазаплы ла, яҡты ла кисерештәрҙе алға сығарыр.
Йәш аралаш,
Ямғыр, ҡар аша
Ер менән күк бөгөн тоташа.
Хыял-кисереш тәрәнлеген кем генә үлсәп ҡараған? Һәм уларҙан тыш әҙәм балаһы үҙе юҡ, хистәрҙе образлы һүҙҙәр, ритм, рифма аша сағылдырыусыны юҡҡа ғына шағирәнә күңел тимәйҙәр. Шиғриәттең йәнен хасил иткән тойғолар аҡ ҡағыҙға төшөп ятамы, әллә телдән-телгә күсеп йөрөймө, бик күптәрҙә күңел ауаздашлығы таба.
Әҙибәнең китапҡа индерелгән “Өсөнсө арауығы” кешенең үҙ халәтен, асылын аңларға тырышыу һәм таныу мөһимлеген, эске донъяның хазиналары менән уртаҡлашып, тормошто матурлау мөмкинлеген бәйән итә:
Йәшәү серен, тормош йәмен
Күңелеңдән эҙләп ҡара, —
тип өндәшә Лилиә Һаҡмар. Эҙләнеү юлы һикәлтәле, һыҙланыулы булһа ла, барыбер күңел яҡтылығы тормошто күпкә мәғәнәле итә. Әҙибәнең кисерештәре төнгө күкте ғәжәйеп биҙәктәр менән байытып һибелеүсе осҡондарҙы хәтерләтә. “Мин ҡояшҡа китеп барам” ти автор һәм уҡыусыһы ышана, сөнки ярһыулыҡ менән моңһоулыҡ, ихласлыҡ менән икеләнеү, ҡыуаныс менән хәсрәт бергә үрелгән шиғри баҫҡыстар аша Лилиә уҡыусыһын һиҙҙермәй генә юғарылыҡҡа алып менеп китә.
“Дүртенсе арауыҡ” эргә-тирәбеҙгә иғтибарҙы нығыраҡ йүнәлтергә, таныш күренештәрҙән илһам алырға, үҙебеҙҙе уратҡан мөхиткә тәрәнерәк бағырға саҡыра. Эйе, бәләкәйҙән үтә лә таныш, ҡаныбыҙға һеңдерелгән төшөнсәләр — тыуған ауыл, ер-һыу атамалары һәм, әлбиттә, ауылдаштар, ошо ғәзиз бишекте данлаған, үлемһеҙ иткән шәхестәр тураһында уйлана автор. Тамырҙар ауылға, үткәнебеҙгә барып тоташа, үткәнде иҫкә алыу бөгөнгөнө асыҡ аңларға ярҙам итә.
Хыял офоҡтары киң булһа ла,
Ике юлға һыя яҙыуым:
Ер шарында барлыҡ ауылдарҙан
Иң матуры — минең ауылым!
(“Ауылыма”).
“Ауылыма ҡайтам”, “Ауылыма”, “Мин — тәбиғәт ҡыҙы”, “Егәрле ел”, “Ямғыр яуа”, “Ҡышҡы урман”, “Йомашым” шиғырҙары ошо йөкмәткене байыта, тулыландыра бара.
“Ауыл кисе” тигән шиғыры ҡабатланмаҫ һүрәтләү саралары, образдар сағылышы аша ғәжәйеп күренештәрҙе күҙ алдына баҫтыра. Яһалмалыҡҡа бында урын юҡ. Ихласлыҡ һәм самимилыҡ аша бирелгән хистәр гөлләмәһе:
Төн шыуыша...
Ауыл ойоһа ла,
Талған күҙҙәр әле уяуҙар,
Төнөн өндәр, хистәр һөйләшәләр,
Хәжәт түгел сағыу буяуҙар.
Төнгө һунарҙағы бесәй күҙе —
Тәҙрәләрҙә уттар ҡабынған...
Өндәшмәсе, тыңла,
Был йөрәгем
Өнһөҙ матурлыҡҡа табына...
“Бишенсе арауыҡ” — ҡаһармандар образы, Еңеү байрамы, тимәк, йәшәү мәғәнәһе тураһында рухты нығытыр фекерҙәр. Бында публицистик юҫыҡтағы шиғырҙар шаҡтай урын биләй.
“Алтынсы арауыҡ” төҫтәр донъяһын хасил итә, шулай ҙа “Ҡар өҫтөндәге сабый” поэмаһы үҙәк урында тора, сөнки унда бөгөн дә, иртәгә лә көнүҙәк булып ҡаласаҡ әсә һәм бала проблемаһы күтәрелә. Әҙибә әхлаҡ, ғаилә, туғанлыҡ мөнәсәбәте, намыҫ алдында яуаплылыҡ кеүек төшөнсәләр тураһында киңерәк юҫыҡта уйлана. “Сабый монологы”н бының уңышлы хәл ителеше тип атар инем.
Гонаһ ҡылып өлгөрмәнем,
Гонаһтарҙан ғына шаҡ ҡаттым.
Гонаһтарҙан боҙло ҡар ҡосағын
Түшәк итеп йәйҙе фанилыҡ.
Ҡәтғи яңғыраған юлдар тормошта булған ваҡиғаға нигеҙләнә. Шуныһы менән ота ла инде әлеге әҫәр. Бер-беребеҙгә иғтибарлы, яҡындарыбыҙға яҡшы мөнәсәбәттә булырға, кеше ғүмерен баһаларға, иманға саҡырған идея һалыныуы көслө. Поэманың тәрбиәүи роле ҙур. Донъяның ҡараңғы төҫтәре бар, ләкин улар фәҡәт төҫ кенә, күңел ҡараңғылығы — иң ҡурҡынысы. Бына шул упҡын тураһында һүҙ йөрөтә поэма авторы, шул турала әйтеүҙе, иҫкәртеүҙе кәрәк тип һанай. Битараф булмаҫҡа саҡыра.
Был поэма Лилиәнең бөгөнгө заман тураһында яҙған уңышлы әҫәре, хисле лә һәм сюжет эшләнеше лә бик үҙенсәлекле. Минеңсә, йәш быуын өсөн ошондайыраҡ характерҙағы әҫәрҙәр кәрәк. Лилиә Һаҡмар быны булдыра ала. Йәштәр тематикаһы уның өсөн ят түгел. “Ҡырҡ дүрт йондоҙ һәм егерме ете диңгеҙ” тигән сюжетлы шиғыры шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ яҙмышын тасуирлай. “Ҡар өҫтөндәге сабый”ҙа бала менән әсә мөнәсәбәте киң яҡтыртылһа, бында инде ҡатын-ҡыҙҙың эске матурлығын, ижадсы булараҡ бөйөклөгө бәйән ителә. Ә инде йәшәү мәғәнәһен тағы ла асыҡлай төшкән әҫәр “Эстафета” китабын ослап ҡуя. “Башҡорт йыры — тере шишмә” тип атала ул. Ҡыҫҡа ғына әйткәндә лә, тере һыу, тере шишмә — халҡыбыҙ ижадында иң ҙур символ. Бөгөнгө ижадсыларыбыҙ унан һут, ҡот, бәрәкәт ала икән, әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге тураһында ла ышаныс менән һүҙ йөрөтөргә була. Лилиә Һаҡмарҙың үҙ заманы һәм замандаштарына арналған шиғри һүҙен беҙгә йышыраҡ ишетергә яҙһын.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.


Вернуться назад