“Ҡый-кисеү”. Бер нисә йыл элек “Башҡортостан” гәзитендә ошондай исем аҫтында Илдус Тимерхановтың мәҡәләһе баҫылып сыҡҡайны.
Унда йырҙарҙа данланған Баҙы йылғаһы һүрәтләнә, тәбиғәткә янаған хәүефтең сәбәптәре асып бирелә. Автор был материал менән генә туҡтап ҡалманы. Баҙы йылғаһының Илеш һәм Дүртөйлө райондары буйлап аҡҡан өлөшөн өйрәнеүҙе дауам итте. Яңынан-яңы мәҡәләләр менән сығыш яһаны. Уларҙың күбеһе “Башҡортостан” гәзитендә баҫылып килде. Бәләкәй йылғалар менән бер рәттән автор Ағиҙелде ентекле өйрәнде. Рәсәй кимәленә сығып, урыҫ телендә баҫылған китаптарҙың авторҙашы булды, Василий Песков ойошторған конкурстарҙа еңеү яуланы.
Инде килеп, Баҙы йылғаһының юғары өлөштәрен өйрәнергә йөрөгәндә уға Саҡмағош районының “Игенсе” гәзите хеҙмәткәре Рәзифә Сәхәпова менән һөйләшергә тура килгән. Баҡһаң, ул Баҙының өҫкө өлөшө тураһында күп тапҡыр яҙған икән. Журналистар, яҙмаларын берләштереп, китап итеп сығара. Исеме лә бик матур: “Баҙы буйы — бөҙрә тал”.
Китапҡа йылғаның башынан (Әүлиә шишмәһенән) алып Ағиҙелгә ҡойған урынына (Айыу әрәмәһенә) тиклем булған арала урынлашҡан бөтә ауылдар ҙа кергән. Уларҙың халҡы менән осрашыуҙар, йылға буйының әрәмә-урман, инеш-күл, туғайҙары бик матур итеп һүрәтләнгән. Яҙмалар документаль повесть тип атала. Уларҙа төп иғтибар тәбиғәтте һаҡлау темаһына йүнәлтелгән. Ошо хаҡта туранан-тура яҙмайынса, быны кеше күңеленә үтеп инерлек итеп художестволы алымдар менән бирә алыуҙары авторҙарға ҡарата хөрмәтте арттырҙы. Оҫталыҡтарына хайран ҡалырлыҡ!
Китап уҡыусы бында тарихи материалдар, риүәйәттәр һәм ҡыҙыҡлы хикәйәттәр менән таныша ала. Улар бөтәһе лә тәбиғәткә мөхәббәт тәрбиәләй. Ошо ҙур хеҙмәт Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ, тип уйлайым.
Римма ТИМЕРБАЕВА,
педагог.
Дүртөйлө ҡалаһы.