Быйыл премияға дәғүә итеүселәр араһында йәштәрҙең байтаҡ булыуына, бигерәк тә “Башҡортостан” гәзите редакцияһында ете-һигеҙ йыл минең менән бергә эшләгән, “күҙ алдымда үҫкән” Даян Мәжитовтың хеҙмәттәре тәҡдим ителеүенә ихлас һөйөндөм.
Уның беҙгә эшкә килгән мәлен яҡшы хәтерләйем. Тәү ҡарашҡа баҙнатһыҙ, хатта оялсан кеүек күренһә лә, редакция тормошона бик тиҙ инеп китте, төрлө мәсьәләгә арналған ҡыйыу мәҡәләләр менән сығыш яһай башланы. Әле “Башҡортостан” гәзитенең юбилейына бәйле махсус рубрика өсөн материал туплағанда гәзит төпләнмәләрендә уның яҙмаларына йыш тап булам. Темалары төрлө: иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ, спорт, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт, мәғариф һәм фән, һаулыҡ һаҡлау һәм демография... Эйе, Даян тема һайламай, ниндәйенә тотонһа ла, үҙ диңгеҙендә йөҙгәндәй. Фельетон, киңәйтелгән репортаж жанрҙарында ла үҙен күрһәтә алды, кәрәк саҡта тиҙ генә шиғырын да яҙып бирә.
Иҫләүемсә, бер мәл уны Бөрйәнгә яҙыусы Сөләймән Латиповтың юбилей кисәһенән репортаж әҙерләргә ебәргәйнек. Шаян тел менән бик уҡымлы итеп яҙылған ыҡсым ғына мәҡәлә, шулай уҡ район тормошонан тағы бер ҡосаҡ мәғлүмәт алып ҡайтты. Шул саҡ хеҙмәттәштәрем алдында: “Мал булыр был”, — тип һығымта яһаным. Яңылышмағанмын, булыр бала биләүҙән билдәле, тиҙәр бит.
Даяндың сәйәси темаға аналитик яҙмалары йәмәғәтселек тарафынан юғары баһа ала, күбеһе китапхана фондтарына ла ингән. Ул сифат менән генә түгел, тиҙлек менән дә алдыра: кискә ҡарай үткәрелгән мөһим сараларҙан оператив репортаждарын бер ваҡытта ла төнгәсә көтөп ултырырға тура килмәне.
Минеңсә, Даян Мәжитовтың яңылыҡҡа ынтылышы ифрат көслө. Редакцияла эш башлаған саҡта уҡ ул эшҡыуарлыҡ хаҡында тупланма ойошторғайны, аҙаҡ ир-атҡа арналған махсус биттәр сығарҙы. Автомобилдәр һәм юлдар тураһындағы “Тәгәрмәс” тип аталған ҡушымта ла — уның башланғысы. Шуныһын билдәләргә кәрәк: Даяндың тупланмалары һәр саҡ үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ була, ул һәр ҡайһыһы өсөн айырым рубрикалар ҙа уйлап сығара. Мәҫәлән, “Мыйығыңа ура”, “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”, “Егеткә — ете һорау”, “Мәҙәк тә, ғибрәт тә” һәм башҡалар.
“Башҡортостан” гәзите биттәренә күҙ һалһаң, әле лә Даяндың ижади эшләүе күренә. Заман менән бергә зауыҡ, талаптар үҙгәреп тора, шуға күрә гәзит туҡтауһыҙ яңырырға, халыҡтың ихтыяжын иҫәпкә алып, яңы йүнәлештәрҙе үҙләштерергә тейеш. Даян быны яҡшы белә һәм гәзит мәнфәғәтендә ижади ҡеүәтен йәлләмәй.
Дөйөм алғанда, Даян Мәжитов Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ, тип иҫәпләйем. Ул беҙҙең ышанысты, һис шикһеҙ, аҡлаясаҡ.
Факил МЫРҘАҠАЕВ.