Салауат Низаметдинов: “Айырмағыҙ йырҙарымдан...”27.09.2012
Салауат Низаметдинов: “Айырмағыҙ йырҙарымдан...” “Ашығамын — кешеләргә
Әйтә торған һүҙҙәрем бар,
Ашығамын — алдарымда
Артылаһы үрҙәрем бар”, —
Салауат Низаметдиновтың популяр йырындағы был һүҙҙәре уның тормошона, ижадына тап килә, сөнки, берҙән, композиторҙың һис кемде ҡабатламаҫ үҙ һүҙе, үҙ йөҙө бар, икенсенән, уның артылаһы үрҙәре, ижад көмбәҙенең сиктәре юҡ кеүек.

Салауат Низаметдинов — республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә, сит тарафтарҙа ла танылыу яулаған шәхес. Уны үтә лә емешле ижадсы — ете опера, симфониялар, хор һәм бихисап йыр авторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Сәләм исемендәге республика премияһы, Халыҡ-ара конкурстар, Рәсәй Композиторҙар союзының Дмитрий Шостакович исемендәге премияһы лауреаты булараҡ беләләр.
Музыка сәнғәте бөгөн айырыуса ҡәтғи рәүештә ике төргә бүленгән: кемдер академик йүнәлешле, йәғни “етди” жанрҙа ижад итә, кемдер “еңел”ен, йәғни йыр өлкәһен үҙ итә. Башҡортостан композиторҙары араһында ла шундай рәсми булмаған бүленеш бар, әммә был Салауат Низаметдиновҡа ғына ҡағылмай, сөнки уны элитар тамашасы опералары, симфониялары, хор әҫәрҙәре буйынса баһалаһа, киң ҡатламға иһә күберәк йырҙары аша таныш. Бындай киң ижади диапазон һәр кемгә лә бирелмәй. Ғөмүмән, Салауат Әхмәҙиә улының бар булмышы шундай ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан, йомаҡтарҙан торған кеүек... Уларҙың тәүгеһен — композиторҙың яҡты донъяны күреү һәләтенән мәхрүм икәнлеген — күптәр онотоп та бөткән. Салауат быны үҙе оноттора алған, сөнки уның хеҙмәт ҡаҙаныштары ҡайһы бер һау-сәләмәт кешеләрҙең дә көсө етмәҫлек. “Салауат Низаметдинов” тигән феномендың йәнә бер йомағы — ул композиторҙың ижади стиль үҙенсәлеге. Кемдер уның көйҙәрен йотлоғоп тыңлай, яратып йырлай, кемдер уның музыкаһын бөтөнләй ҡабул итмәй...
Был һорауҙарға яуап алыу өсөн уның үҙенә мөрәжәғәт итәйек.

— Һеҙҙе республикабыҙҙа иң әүҙем эшләгән композиторҙарҙың береһе тиһәм, яңылыш булмаҫ...
— Музыка яҙыу — төп һөнәрем, башҡалар заводҡа эшкә йөрөгән кеүек, мин дә көн һайын иртән торам да, фортепиано йәки өҫтәл янына ултырып, эшкә тотонам. Илһамды бит көтөп ултырырға ярамай — уның килеүенә шарттар тыуҙырырға кәрәк, тимәк, ең һыҙғанып эшләргә! Шул ваҡытта ғына Хоҙай һиңә, бәлки, илһам бүләк итер... Мин үҙемде суперпрофессионал тип иҫәпләйем, сөнки композитор хеҙмәтен энәһенән-ебенә саҡлы беләм тип әйтә алам. Әлбиттә, талант — ул тәүшарт, Хоҙай биргән һәләт булырға тейеш, ләкин ул ғына аҙ, бер туҡтауһыҙ хеҙмәткә таяныу мотлаҡ. Өҫтәүенә күпте белергә кәрәк: музыка классикаһын, халыҡ ижадын, замана мәҙәниәтен өйрәнеү, донъя музыка сәнғәте яңылыҡтары менән даими ҡыҙыҡһынып тороу зарур. Хәҙерге заман композиторы беҙҙең эштең технологияһын бик яҡшы үҙләштерергә тейеш, сөнки ваҡыт бер урында тормай — музыка сәнғәте лә туҡтауһыҙ алға бара...
— Башҡортостанда ижади хеҙмәт менән генә шөғөлләнгән композиторҙар бик аҙ. Ә бит тамаҡ аҫрарға ла, ғаиләне ҡарарға ла кәрәк...
— Миңә лә зарланырға урын юҡ: ижад өлгөләрем донъя күрә тора. Ете опера яҙҙым — барыһы ла ҡуйылды, хор әҫәрҙәрем Башҡорт академия хор капеллаһының төп репертуарында, йырҙарымды һорап алып торалар... Сағыштырмаса, яҙғандарымдың 98 проценты яңғырап тора, был — бик юғары күрһәткес. Рәсәй композиторҙарының ҡайһыһы ошондай күрһәткес менән маҡтана ала икән — белмәйем (көлә).
Ижад минең өсөн — йәшәү мәғәнәһе, һулар һауа, эсәр һыу кеүек! Ижадһыҙ йәшәй алмайым, сөнки музыкам булмаһа, белмәйем, тормошомда осраған хыянат, юғалтыуҙарҙан, бәлки, бөгөлөп төшөп, һынауҙарға ҡаршы тора алмаҫ та инем. Эскелек проблемаһын да кисерҙем, шуның арҡаһында күпме михнәт татырға тура килде үҙемә лә, яҡындарыма ла... Шөкөр, ул ауырыуҙан да (ә ул, ысынлап та, ҡурҡыныс ауырыу!) ижадым арҡаһында ҡотола алдым. Шуға күрә минең өсөн ижад — йәшәү мәғәнәһе. Ваҡыт үтеү менән шуны аңланым: ижади хеҙмәт кешене шәхес булараҡ формалаштыра. Минең дә йәшәй-йәшәй донъяға ҡарашым үҙгәрә бара. Мәҫәлән, ҡайһы саҡ Канар утрауында йәшәгем, бай булғым килә... Шул саҡта күпкә ҡиммәтерәк байлығым — ижадым күңелемдә ниндәйҙер ҡәнәғәтлек тойғоһо уята. Миндә кешеләрҙән көнләшеү хисе юҡ, сөнки матди байлыҡтың да, рухи байлыҡтың да хаҡын беләм. Ижад ул — күңелде сафландырыусы бөйөк көс. Миңә ижад ҡомары биргән өсөн Хоҙайға рәхмәтлемен.
— Һәр ижадсы тамашасы күңеленә үтеп инер өсөн философ булырға тейештер. Һеҙ операларығыҙҙа йәшәү һәм үлем, мөхәббәт һәм тоғролоҡ, ҡаһарманлыҡ һәм хәтер кеүек мәңгелек темаларҙы күтәрәһегеҙ...
— Тәүге ҙур әҫәрем — “Салауат менән һөйләшеү” вокаль симфонияһы (халыҡ һүҙҙәре һәм Ә. Атнабаев шиғырҙарына) студент йылдарында яҙылды. Хәҙер Салауат — ул бренд. Ә бит Пугачев һуғышында ҡатнашҡанда уға ни бары 21 йәш булған — бөтөнләй йәп-йәш егет. Мин уны ҡурҡыу белмәҫ батыр итеп түгел, ә Кеше итеп: уның шикләнеүҙәрен, халҡы өсөн борсолоуҙарын, эске фажиғәһен күрһәткем килде. Симфонияның аҙағында уға дан йыры түгел, ә бишек йыры йырлана...
Әйткәндәй, был темаға мин дуҫым — композитор Айрат Ҡобағошов кәңәше менән тотондом. Уғаса, ете йәштән интернатта, урыҫ мөхитендә үҫкәс, башҡорт шиғриәтен бөтөнләй белмәй инем. Мостай Кәрим, Муса Ғәли, Әнғәм Атнабаев, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев шиғырҙарын ул миңә тәүләп уҡып ишеттерҙе. “Һин бит башҡорт егете, тотон Салауат темаһына!” — тип мине дәртләндереп ебәрҙе Айрат. Ғөмүмән, Хоҙай мине рухлы, илһамлы кешеләр менән йыш осраштырҙы. Тәүге уҡытыусыларым, училищелағы остазым Николай Инякин, артабан сәнғәт институтындағы уҡытыусым композитор Евгений Земцов мине күп нәмәгә өйрәтте. Операларға килгәндә... Иң ҙур, иң ҡатмарлы жанрға тотоноуымдың башында дуҫым Радик Гәрәев булды. Уның тәҡдиме буйынса М. Кәримдең “Ҡара һыуҙар” поэмаһы буйынса тәүге операма тотондом. Радик миңә бер һүҙһеҙ ышана ине. “Был операны бары тик һин генә яҙа алаһың!” — тине ул. Дирижер В. Платонов, режиссер Р. Ғәлиевте, иң яҡшы солистарҙы йәлеп итеп, ижад итеү өсөн ғәжәйеп шарттар тыуҙыра белде. 1997 йылда Мәскәүҙә Башҡортостан сәнғәте көндәрендә минең шул уҡ ижади команда менән эшләнгән икенсе операм — “Ай тотолған төндә” күрһәтелде һәм йәмәғәтселек тарафынан юғары баһа алды. Хатта бер театр тәнҡитсеһе операны “һуңғы 15 йыл эсендә Рәсәйҙә берҙән-бер музыкаль ваҡиға” тип атаны.
— Композиторҙың милли йөҙөн ике фактор: милли интонацияларға таянған музыкаль тел һәм әҫәрҙәренең вербаль теле билдәләй. Йырҙарҙа, әлбиттә, барыһы ла аңлашыла — һеҙ уларҙы шиғри оригиналда ижад итәһегеҙ: башҡорт авторҙарыныҡы — башҡортса, урыҫ шағирҙарыныҡы урыҫса башҡарыла. Ә бына операларға килгәндә, һеҙҙең бер генә әҫәрегеҙ — “Ҡара һыуҙар” башҡорт телендә яңғыраны, ҡалғандары — хатта “Ай тотолған төндә” операһы ла — урыҫса башҡарыла. “С. Низаметдинов башҡорт композиторымы, әллә юҡмы?” тигән һорау шунан килеп сыға ла инде...
— Мин үҙемде башҡорт композиторы тип иҫәпләйем, сөнки ҡурайҙа уйнай белмәү йәки әҙәби башҡорт телендә һөйләшмәү әле милләтте билдәләмәй. Тамырҙарым — башҡорт, ғүмерем буйы Башҡортостанға хеҙмәт иттем һәм Тыуған ил төшөнсәһе — минең өсөн иң изге. Ә тыуған илде, атай-әсәйҙе, милләтте һайламайҙар, улар күңелеңдә булһа, ниндәй генә телдә һөйләшһәң дә, булмышыңдан уҡ беленеп тора. Игорь Стравинский, мәҫәлән, ғүмер буйы Рәсәйҙән ситтә йәшәгән, ә уны урыҫ композиторы түгел тип әйтергә бер кемдең дә теле әйләнмәҫ. Үҙ халҡым аша дөйөм төрки донъяһы менән туғанлығымды, мәҫәлән, бынан мең йыл элек йәшәгән Низами, Фирҙәүиси менән рухи ҡәрҙәшлек хистәрен тоям.
Операларымдың урыҫса башҡарылыуының тағы ла бер сәбәбе һәр кемгә мәғлүм: башҡортса операларға халыҡ йөрөмәй. Башҡорт интеллигенцияһы опера театрына йөрөргә бөтөнләй ғәҙәтләнмәгән — хатта башҡорт операларына ла. Мәҫәлән, башҡортса башҡарылған “Ҡара һыуҙар” театрҙа ҡуйылған саҡта милли интеллигенциябыҙ ҡайҙа ине һуң?! Театрҙың бит үҙ ҡанундары бар: уға халыҡты йыйырға, план тултырырға кәрәк. Бөгөн, минеңсә, һорауҙы икенсе төрлөрәк ҡуйырға кәрәк: сәнғәтебеҙҙе донъя кимәленә сығарыу мәсьәләһен хәл итеү шарт.
— Был мәсьәләне бик әүҙем тормошҡа ашыраһығыҙ: студент сағығыҙҙа уҡ Прагала ике тапҡыр халыҡ-ара конкурс лауреаты булып өлгөрҙөгөҙ. “Салауат менән һөйләшеү” симфонияһы өсөн Мәскәүҙә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең алтын миҙалын яуланығыҙ, 2006 йылда “Мементо” операһы Халыҡ-ара “Филантроп” конкурсында беренсе урынды яуланы...
— Танылыу һәр ижадсыға ла бик кәрәк, әлбиттә. Башҡорт музыка сәнғәтен Рәсәй һәм сит илдәрҙә күрһәтеп танытыу, беҙҙең композиторҙар мәктәбенең профессиональ кимәлен раҫлау минең өсөн айырыуса мөһим.
— 2009 йылда ҡуйылған “Нәҡи” операһын киң мәғлүмәт саралары ҡаты тәнҡитҡә тотто. Уңышһыҙлыҡты нисек кисерәһегеҙ?
— Уңышһыҙлыҡтар ҙа булырға тейеш! Тап улар беҙҙе сыныҡтыра. “Нәҡи”ҙең нигеҙендә тәрән фәлсәфә ята: кеше үлгәндән һуң был донъяға икенсе сүрәттә ҡабат әйләнеп ҡайта. Һәм мин быға, йәғни реинкарнация тип аталған фәлсәфәгә бик ышанам — теге донъяға ла, яңынан ҡайтырыма ла... Опера беҙҙең театр коллективы өсөн ҡатмарлыраҡ булып сыҡты, ашығысыраҡ ҡуйылды, артистар уны тәрәндән тойоп, аңлап етмәне. Бында бит вокаль өлгөргәнлектән тыш, шәхес булараҡ өлгөргәнлек тә бик мөһим. Ғөмүмән, опера — бик ҙур организм, бик күп элементтан ҡорола: унда музыканан тыш режиссер, дирижер, хор, солистар, балет артистары хеҙмәте һалынған... Минеңсә, “Нәҡи”ҙе беҙ ашығыбыраҡ сығарҙыҡ, уның ваҡыты әле, моғайын, етмәгәндер.
— “Күҙ нурым”, “Күҙҙәремә ҡара”, “Ялан сәскәләре”, “Тулҡындарға ҡаршы йөҙәм”... Был йырҙарҙы белмәгән, йырламаған кеше юҡ республикабыҙҙа. Һуңғы арала йырҙарығыҙҙы Земфира Рамазанова, Салауат Фәтхетдинов Мәскәү, Ҡазан тарафтарында яңғыратты. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Фәтхетдинов, Ғәлимов кеүек башҡарыусыларҙың һеҙҙең әҫәрҙәргә мөрәжәғәт итеүе ғәжәпләндерҙе...
— Салауат Фәтхетдинов — яҡшы дуҫым. Заманында, ауыр бер мәлдә, миңә ярҙам ҡулы һуҙған киң күңелле кеше, уны бик ихтирам итәм, ифрат рәхмәтлемен. Йырҙарымды башҡарырға теләк белдергәс, бер нисә әҫәремде уға бүләк иттем. Күптән түгел Айҙар Ғәлимов килеп йырҙар алып китте — тимәк, ижади йәһәттән үҫергә, бер урында тапанмаҫҡа тырыша. Киләһе концерт миҙгеленә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында ике кис буйы барасаҡ “Маэстро һәм уның дуҫтары” йыр кисәләре планлаштырылған, ижадымды яратҡан тамашасыларға байрам ойоштораһы бар. Унда күптәнге дуҫтарым — башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары Әлфиә Юлсурина, Нәзифә Ҡадирова, Салауат Фәтхетдинов, Айҙар Ғәлимов һәм йәш башҡарыусылар ҡатнаша.
— Т. Ҡарамышева, З. Ҡотлогилдина, Д. Талхина, Ш. Анаҡ, М. Кәрим, Р. Ғарипов — авторҙаштарығыҙҙың исемлеге әҫәрләндерә! Ә бит йыр яҙырға һеҙҙе тап башҡорт шиғриәте илһамландырған.
— Тап шулай. Башта Лермонтов, Блок шиғырҙарына ғашиҡ булып, башҡорт шиғриәтен һуңыраҡ астым үҙемә. Әммә астым бит! Ә ҡайҙан белергә тейеш инем һуң уларҙы? Башҡорт алфавиты менән Брайль яҙмаһы юҡ бит! Айрат дуҫым уҡып ишеттергәндән һуң “Ялан сәскәләре”, “Хушығыҙ, хыялдарым” йырҙары тыуҙы, һәм тап улар мине халыҡҡа танытты. Артабан үҙем башҡортса Брайль яҙмаһын уйлап сығарҙым һәм шул системала яҙам.
— Йәмғиәттә һеҙҙе талант эйәһе итеп кенә түгел, ә ҡатын-ҡыҙ матурлығын нескә тоя белгән ир-ат булараҡ та беләләр. Сибәрҙәрҙән-сибәр тормош иптәшегеҙ Резеда менән бәхетле ғаилә ҡороуығыҙ әллә ҡайҙан күренеп тора...
— Мин йәшәй-йәшәй шуға төшөндөм: ғаиләң ныҡлы, ҡатының, балаларың һау-сәләмәт, улар өсөн күңелең тыныс булһа — ижад та бара. Бик оҙаҡ килдем был ябай ғына хәҡиҡәткә... Бер нисә тапҡыр ғаилә ҡороп ҡараным. Тәүге ғаиләмдә ике балам — улым менән ҡыҙым үҫте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар менән бәйләнеш өҙөлдө. Уларҙың әсәһе менән бик йәшләй өйләнешкәйнек, бер-беребеҙҙе аңлай белмәгәнбеҙ. Хәҙер үкендерә, әлбиттә... Балаларым алдында ғәйебем юҡ, ә бына әсәләре алдында әле һаман үҙемде ғәйепле тоям. Хәҙерге ғаиләмдә бәхетлемен тип әйтә алам, сөнки Резедамда ысын мәғәнәһендә үҙемде аңларҙай, ярҙамсым, терәк-таянысым булырҙай кешене таптым. Резеда менән дә ике бала үҫтерҙек — улыбыҙ Даурен, урта мәктәпте тамамлап, быйыл Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инде, урман сәнәғәте менән шөғөлләнергә йыйына. Ҡыҙыбыҙ Ләйсән беренсе класты тамамланы, бик теремек, әсәһе кеүек бейергә ярата. Резедама сикһеҙ рәхмәтлемен — балаларҙы тәрбиәләү тулыһынса уның иңендә, йортта ла ул ысын хужабикә. Кәрәккәндә машина ла йөрөтә, компьютер артына ултырып минең эшемдә лә ярҙам итә. Ҡатынымдың, балаларымдың именлеге, уларҙың бәхете — минең бәхетем...
— 2012 йыл һеҙҙең өсөн ябай түгел: берҙән, 55 йәшлек юбилейығыҙҙы ҡаршылайһығыҙ, икенсенән, ижади эшмәкәрлегегеҙгә 30 йыл тула. Утыҙ йыллыҡ “марафон”дан һуң ял итеп тә алырға булалыр... Бына бөгөн нимәләр менән мәшғүлһегеҙ?
— Яңы опера яҙам! Киләһе йыл театрҙа ҡуйылырға тейеш. Бына һигеҙ такт яҙҙым әле...
“Салауат Низаметдинов” феномены тотош йомаҡтарҙан тора, тип башлағайныҡ мәҡәләне. Уларға яуап табылдымы-юҡмы, уҡыусы үҙе хәл итер. Шуныһы мөһим: ижадсы үҙенең эше менән ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр, бәхәсле уйҙар тыуҙыра икән, тимәк, уның ижады битараф ҡалдырмай. Ә был, моғайын, һәр композитор өсөн иң мөһимелер! Ҡалғанын ваҡыт хәл итер. Иң мөһиме — йырында йырланғанса, Хоҙай уны ижад ҡомарынан, йырҙарынан айырмаһын...
Миләүшә ИҘРИСОВА әңгәмәләште.


Вернуться назад