Бәрәкәтле Башҡортостан ере Рәсәй һәм донъя мәҙәниәтенә байтаҡ күренекле шәхес биргән. Шуларҙың береһе — бөйөк урыҫ рәссамы Михаил Васильевич Нестеров. Рәссамдың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләү республикабыҙҙа Аксаков көндәре барған осорға тура килеүе юҡҡа түгелдер, моғайын. Был кешеләр беҙҙең яҡташтарыбыҙ ғына түгел, Рәсәйҙең рухи йәне булып һынлана.
Михаил Нестеров сауҙагәр ғаиләһендә донъяға килгән, атаһы алдынғы ижади ҡарашлы кеше була, китап уҡырға ярата. “Улымдың эштәрен Третьяков алһа ғына уның талантлы булыуына ышанасаҡмын”, — тип юҡҡа ғына уйынлы-ысынлы әйтеп ҡуймай талапсан атай. Данлыҡлы Перов, Маковский кеүек рәссамдарҙа белемен камиллаштырған Михаилдың “Сүллек” (“Пустынник”) тип аталған тәүге әҫәре үк ҙур ҡыҙыҡһыныу уята һәм был картинаны Третьяков һатып ала. Был йәш рәссамдың таланты тураһында һөйләй.
Рәссамдың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үткән тантаналы кисәлә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. “Республикабыҙҙың һынлы сәнғәте таланттарға бай һәм Михаил Васильевич — ошо һынлы сәнғәт мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, — тине Рөстәм Зәки улы. — Әлбиттә, рәссамдарға ярҙам ҡулы һуҙыу — беҙҙең бөгөнгө төп бурысыбыҙ. Михаил Нестеров исемендәге музейҙы киңәйтеү талап ителә, картиналарҙы һаҡлау өсөн бина кәрәк. Башҡортостанда Рәссамдар йортон булдырыу ҙа — өлгөрөп еткән мәсьәлә. Быларҙың барыһы ла беҙҙең планда ҡаралған”.
Рәсәйҙең иң ҙур музейы исеменән Третьяков дәүләт галереяһының фән буйынса директоры урынбаҫары Лидия Иовлева сәләмләне: “Илебеҙҙә бик күп таланттар ижад иткән осорҙа йәшәгән Нестеров һынлы сәнғәттә үҙ юлын таба. Халыҡ кәйефен, рухын, ғөмүмән, үҙ дәүерен оҫта һүрәтләүгә өлгәшә”.
Урыҫ дәүләт музейының хеҙмәткәре Павел Климов: “Беҙҙең музейҙа ойошторолған бер күргәҙмә лә Нестеровтың күргәҙмәһе кеүек уңышлы үткәне юҡ. Кешеләр ысын сәнғәтте аңлай ул”, — тип рәссамдың ижадына юғары баһа бирҙе.
***
Ошо көндәрҙә Михаил Нестеров исемендәге музейҙа атаҡлы рәссамдың күргәҙмәһе асылды. Унда Рәсәйҙең 22 музейынан килтерелгән 187 эше ҡуйылған.
С. НӘЗИРОВ.