Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Йәшәргә ваҡыт” исемле китабы донъя күрҙе. Башҡорт телендәге әҙәби-художестволы баҫмаға хикәйәләр, повестар, эссе тупланған.
Яҙыусының геройҙары тормош, бәхет, изгелек төшөнсәләре хаҡында уйлана. Прозаик Ғиззәтуллинаның әҫәрҙәре күңел нескәлеге, фажиғәле характерҙар, донъяға фәлсәфәүи ҡараш менән һуғарыла.
Гөлсирә Мирза ҡыҙы Ғиззәтуллина Ейәнсура районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. “Башҡортостан” гәзитендә махсус хәбәрсе, “Китап” нәшриәтендә нәфис әҙәбиәт мөхәррире, “Башҡортостан ҡыҙы” журналында яуаплы секретарь, “Ватандаш” журналында бүлек мөхәррире булып эшләй. Бер нисә проза китабы авторы.
Л. ФӘРИТОВА.