Аксаковтың аҡ эҙҙәре буйлап25.09.2012
Күренекле урыҫ яҙыусыһы Сергей Аксаковтың ижады әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның “Ал сәскә” әкиәтен кемдәр генә уҡып, фәһем алмаған икән?! Ә “Багров ейәненең бала сағы” әҫәрендә Өфө ҡалаһын шул тиклем матур итеп тасуирлай! Тыуып үҫкән ерен һөйгән әҙипте Башҡортостанда әле лә хөрмәтләп иҫкә алалар.

ХХII Халыҡ-ара Аксаков көндәре сағыу бер тамашаға әүерелде. Был юлы байрам Өфөлә генә түгел, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы райондарында ла киң ҡолас йәйҙе.
Яҙыусы иҫтәлегенә тантаналар баш ҡалабыҙҙың Аксаков гимназияһында башланып китте. Нәҡ ошо мәғариф усағында танылған рәссам Михаил Нестеров менән штурман Валериан Альбанов белем алған. Өфөнө сит тарафтарҙа ла танытҡан яҡташтарын иҫкә алып, уҡыусылар мәҙәнилек һәм әхлаҡ хаҡында фекер алышты.
Байрам көндәрендә Өфөлә Софья аллеяһы асылды, сөнки заманында Сергей Аксаковтың Софья исемле килене ошо урында ағас ултыртыу теләген белдергән. Ҡасандыр ошо ҡатын һалған аллеяны реконструкциялау өсөн шаҡтай эш башҡарылған. Боронғо дәүерҙәге кеүек фонарҙар, үҙенсәлекле эскәмйәләр С. Аксаковтың йорт-музейына тиклем атлап барыусыларҙың күҙ яуын ала.
Элек байрам сиктәрендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Аксаков балы ойошторола ине. Быйыл уның урынына “ХIХ быуаттағы Өфө” тигән тарихи тамаша үткәрелде. Ул осорҙағы затлы кейемдәге ханым һәм әфәнделәрҙе күреп, үҙеңде ысынлап та шул дәүерҙә йәшәгәндәй тояһың.
“Яҙыусының аҡ эҙҙәре” буйлап сәфәр Өфө районының Зубов ауылында дауам итте. Ундағы сағыу фольклор байрамы күптәрҙең хәтерендә ныҡлы урын алғандыр. Әйткәндәй, Сергей Аксаковтың олатаһы Александр Николаевич Зубовтың бында биләмәһе булған. Ҡунаҡтар башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, украин халыҡтарының милли аш-һыуын тәмләп, дер һелкетеп бейеп күңел асты.
Сергей Аксаков исемендәге конкурстың лауреаттарына премияны тапшырыу иң тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһе ине. Быйыл уға туғыҙ студент лайыҡ булды.
А. БАЙМӨХӘМӘТОВ.


Вернуться назад