“Башҡортостан ҡыҙы” журналының хаттар бүлеге мөхәррире Альбина Ғөбәйҙуллина журналисты үҙ һөнәренең оҫтаһы иткән күп һыҙатҡа эйә. Шуларҙың береһе — геройҙарының тормошон, кисерештәрен, хис-тойғоһон үҙ йөрәге аша үткәрә белеү. Бәндә ҡайғыһы менән ҡайғырыу, шатлығы менән шатланыу һәләте һәр кемгә лә бирелмәй. Быны хатта кешене кеше иткән төп сифаттарҙың береһе тип тә һанарға була.
Йәш булһа ла, Альбина донъяның әсеһен-сөсөһөн байтаҡ татыған. Алты йәшенән әсәйһеҙ, өс йылдан атайһыҙ ҡалған ҡыҙсыҡты яҙмышы башынан һыйпап тормаған, әлбиттә. Тик ауырлыҡтар уны бәғерһеҙләндермәгән, күңелен ҡатырмаған. Әңгәмәсеһендә ул иң элек яҡты яҡтарҙы күрергә тырыша, уны йәлләй, аңлай, уға һоҡлана. Шуғалыр ҙа мәҡәләләре, һүрәтләмәләре яҡтылыҡ, йылылыҡ менән һуғарыла. Журналист хис-тойғо аша геройҙарының образын аса, ләкин был уға етди мәсьәләләр күтәреп, йәмғиәтебеҙ үҫешендәге фажиғәле күренештәрҙе яҡтыртыуға һис ҡамасауламай.
Журналдың быйылғы 4-се һанында “Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы” рубрикаһында сыҡҡан “Бөртөкләп йыйылған бәхет” тигән мәҡәләһенә материалды Альбина Ғөбәйҙуллина Ғафури районындағы сәфәрҙән алып ҡайтты. Унда һүҙ Красноусол ҡасабаһында йәшәгән Әлмира Әҙһәм ҡыҙы менән Павел Анатольевич Смирновтарҙың ғаиләһе хаҡында. Ғаилә балалар йортонан тәрбиәгә туғыҙ бала алған. Атай менән әсәй ҙә, балалар ҙа үҙҙәрен бик бәхетле тоя. Әлмира Әҙһәм ҡыҙының ҡатмарлы тормош юлының тәүге йылдарын һүрәтләгәндә йәмғиәттең киҫкен мәсьәләләре күтәрелә — ҡатын-ҡыҙҙың һәм балаларҙың ҡанһыҙ, аяуһыҙ ғаилә башлығынан яҡланмағанлығы, бының ҡот осҡос фажиғәләргә алып килеүе тотош илдә ҙур проблемаға әүерелде.
Журналисҡа геройын өйрәнеү өсөн бик аҙ ваҡыт бирелә. Һанаулы ғына сәғәт эсендә танышырға, тел асҡысы табып өлгөрөргә, эс серҙәрен асырға, уның холоҡ-фиғелен һәм һөйләгәндәре дөрөҫмө, ышандырырлыҡмы икәнен аңларға кәрәк. Үҙе бер ғилем. Әйткәндәй, “Башҡортостан ҡыҙы” журналында эшләй башлағас, Альбина психология фәнен өйрәнергә тотона, күп уҡый. Ниндәй генә киҫкен социаль күренеште һүрәтләһә лә, журналист уҡыусыһының күңел тигеҙлеген боҙмаҫҡа, геройҙарының көслө яҡтарын, ауырлыҡтарҙы нисек үтеп сығыуҙарын тасуирларға, шуның менән кешеләрҙә яҡтылыҡҡа һәм яҡшылыҡҡа ышаныс тәрбиәләргә тырыша. Әҙәм күңелен әхлаҡһыҙлыҡ, иманһыҙлыҡ, вәхшилек ватып-емереп барған бөгөнгө заманда яҙғандарынан уҡыусы күңеленә изгелек һәм йылылыҡ яғылғаны өсөн генә лә Альбина Ғөбәйҙуллинаға журналистарҙың юғары премияһын бирерлек.
Әлфиә АҠБУТИНА,
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге
премия лауреаты.