Үҙең менән бергә эшләгәндәр хаҡында яҙыу икеләтә ауыр икән. Быны ҡулыма ҡәләм алғас ҡына төшөндөм. Әммә йөрәктәргә үтеп инерлек һүҙе, тос фекере булған журналист тураһында бер кәлимә әйтмәй ҡалһам, хата булыр кеүек.
Һүҙем республикабыҙ баҫмаларын даими уҡып барғандар араһында билдәлелек яулап өлгөргән, донъябыҙҙы борсоған һәр ваҡиғаға үҙ ҡарашы булған журналист Даян Мәжитов хаҡында. Ысынлап та, сәйәсәт һәм дәүләт проблемаларына, халыҡты борсоған төп мәсьәләләргә арналған аналитик мәҡәләләре менән ул күптән танылып өлгөрҙө. “Башҡортостан” кеүек етди республика гәзите редакцияһында дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (ә ул – гәзитебеҙ эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе) етәкселек итеүе лә күпкә ишара. Был журналисты (хәбәрсе түгел, тап журналист) коллегалары ла тәрән ихтирам итә.
Дәүләт сәйәсәте тураһында яҙған журналистан һәр ваҡыт айыҡ аҡыл, төплө фекерләү, анализлау һәм хатта күрәҙәләү ҡеүәһе, властың һәр аҙымын, һәр һүҙен ябай, аңлайышлы итеп үҙ ваҡытында гәзит уҡыусыға еткереү талап ителә. Быларҙы һанап үтеүе генә еңел: гәзит эшенең нисек “електе һурғанын” ошо өлкәлә тәжрибәһе булған һәр кем раҫлар. Бик һирәктәр генә бындай талаптарға яуап бирә һәм үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Улай ғына ла түгел, мәҡәләңдәге һәр һүҙҙең, һәр факттың дөрөҫлөгөн, теүәл булыуын ентекле тикшерергә, уны башҡа миҫалдар менән сағыштырып ҡарарға ла кәрәк бит әле. Ҡайһы бер баҫмаларҙа ошо темаға яҙылғандарҙы уҡыйһың да: “Автор нимә тураһында әйтергә теләне икән?” – тип уйға ҡалаһың. Йәғни, журналистар теле менән әйткәндә, “бутҡа” менән “һыу”ҙан башың әйләнә башлай. Әлбиттә, ҡабат уның “әҫәр”ҙәренә яҡын да килмәйһең. Дәүләт мәсьәләләрен, чиновниктар ауыҙынан сыҡҡандарҙы халыҡ телендә ябай, ҡәҙимгесә, дөрөҫ итеп, гәзит уҡыусы кинәнеп уҡый алырлыҡ һәм үҙенә кәрәклеһен башына һалып ҡуйырлыҡ итеп яҙыр өсөн тырышлыҡ ҡына түгел, һис шикһеҙ, талант та кәрәктер. Журналист таланты.
Бында Даян Мәжитовтың ҡәләменән (бәлки, йөрәгенәндер) сыҡҡан бик күп мәҡәләне һанап үтергә булыр ине. Уның яҙмалары, илебеҙ һәм республикабыҙ яҙмышында хәл иткес әһәмиәткә эйә шәхестәр менән әңгәмәләре байтаҡ йыйынтыҡта һәм тупланмала урын алды. Хатта ҡайһы бер гәзит уҡыусыларҙың, үҙен борсоған һорауҙарға яуап эҙләп, тап уға мөрәжәғәт итеүе лә юҡҡа түгелдер...
Йыш ҡына “Башҡортостан” кеүек ҙур баҫмала эшләгән хәбәрсенең үҙе генә йөҙгән даръяһы була. Улар шул өлкәлә эшләүҙе хуп күрә, башҡаһына әллә ни атлығып та бармай. Даян Мәжитов был йәһәттән “универсаль”: уға сәйәсәт тә, иҡтисад та, хатта әҙәбиәт менән мәҙәниәт тә сит түгел. Мәҫәлән, “Аҙна ҡаҙнаһы”, “Иҡтисади күҙәтеү”, “Көн ҡаҙағында” кеүек рубрикалар тап уның төплө сығыштары аша гәзит уҡыусыларыбыҙҙың иғтибарын яулауға өлгәште лә инде.
Журналистың милләттәштәребеҙҙең иҡтисади аңын үҫтереү, арабыҙҙа эшҡыуарлыҡҡа тотонорға теләүселәрҙе арттырыу өсөн яныуы бер кемгә лә сер түгел. Уның “Яңы башҡорт өлгөһө” тип аталған яҙмаһын уҡығандан һуң, оҙаҡ ҡына уйланып йөрөгәнем һаман да хәтерҙә. Мәҡәлә менән танышҡан һәр кем үҙен төп герой менән күҙмә-күҙ аралашҡандай, уның фекерҙәрен шәхсән үҙенән ишеткәндәй хис итә. Йәшерен-батырыны юҡ, минең менән дә шулай булды. Редакцияла эшләгән, һәр көн тиҫтәгә яҡын яҙманы күҙҙән үткәргән хәбәрсе тәьҫиргә бирелгәс, мәҡәләнең гәзит уҡыусыларға йоғонтоһо тәрәнерәк булғандыр, тип фараз ҡылам. Бәлки, тап Шәрифулла Ҡолһарин хаҡында уҡығандан һуң эшҡыуарлыҡҡа тотоноп, республикабыҙ иҡтисады үҫешенә ҙур өлөш индергәндәр ҙә барҙыр бөгөн, кем белә?..
Башҡорттоң аҫыл улы Шәһит Хоҙайбирҙин исемен йөрөтөүсе премия, әлбиттә, ысынлап та лайыҡ кешегә тапшырылырға тейеш. Уның баҫмаларыбыҙ өсөн бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа журналист һүҙенә тоғро ҡалған, киләсәгебеҙ өсөн янып-көйөп эшләгән шәхес булыуы бигерәк тә мөһим. Минең фекер шундай: әгәр премия йәш, өмөтлө, әйтер һүҙе һәм тос фекере булған ҡәләмдәшебеҙ Даян Мәжитовҡа ла бирелә икән, был иң ғәҙел ҡарар буласаҡ.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН.