Изге ниәт ғәмәлгә ашты25.09.2012
Изге ниәт ғәмәлгә аштыБДУ-ның Сибай институтында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәре хөрмәтенә тәүге монументаль әҫәр урын алды.

Наполеон ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышҡа башҡорт халҡы 20 хәрби атлылар полкын күтәрҙе. Полководец М.И. Кутузов яугирҙәребеҙҙең ҡаһарманлығын һәм батырлығын юғары баһаланы. 1814 йылдың 19 мартында туғыҙ башҡорт полкы Рәсәй армияһының алғы сафында Парижға аяҡ баҫты.
Ватан һуғышында һәм Рәсәйҙең сит ил походтарында башҡорттарҙың ҡатнашыу тарихы, нигеҙҙә, ХIХ быуат башындағы рәссамдарҙың гравюраларында һәм акварель әҫәрҙәрендә сағылыш таба. Замандаштарыбыҙ араһында рәссам-иллюстратор Азат Ҡужин ошо йүнәлештә уңышлы эшләй.
Рәсәйҙең, шул иҫәптән Башҡортостандың монументаль сәнғәтендә был тема һирәк осрай. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттарҙың ҡаһарманлығы сағылдырылған архитектура әҫәрҙәре ҡалаларҙа юҡ тиерлек. Ошо хаҡта уйланыуҙарым беренсе Башҡорт кавалерия полкына арналған монументаль һәйкәл проектын эшләргә дәртләндерҙе. 2010 йылдың 4 сентябрендә Мәскәү өлкәһендә үткән Бородино саралары осоронда әлеге һәйкәл асылды ла инде.
Халҡыбыҙҙың ҡаһарман үткәнен кәүҙәләндергән икенсе ижади проектым — “1812 йылғы Ватан һуғышында төньяҡ амурҙары” монументаль панноһы. Ул Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты заказы буйынса эшләнде. Оҙонлоғо 20 метр, бейеклеге 185 сантиметр тәшкил иткән гипс панно педагогика кафедраһының тамаша залы эргәһендә урынлашҡан.
Был әҫәр башҡорт полктары ҡатнашҡан Ватан һуғышы һәм урыҫ армияһының сит ил походтары тарихындағы иң мөһим осорҙарҙы сағылдыра. Уң яҡта — һуғышҡа оҙатыу мәле: ҡарт ата-әсә, сабыйын ҡосҡан йәш ҡатын, кескәй малай йәш ирҙе яуға оҙата сыҡҡан. Уларҙың ҡарашы һөңгө, уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған һыбайлыға төбәлгән. Йөҙҙәрендә бөтмәҫ ҡайғы-һағыш. Артҡы планда — бушап ҡалған тирмәләр, Урал тауҙары, тау итәгендә — өс ҡурай һыны.
Композиция әкренләп “Бөтә халыҡ күтәрелеше” темаһына күсә. Бында Ватанды һаҡлау сафына ҡушылғандарҙың образдары берләштерелгән. Уларҙың араһында ҡулына ҡылыс тотҡан йәш полководец Ҡаһым түрә лә бар. Ул һыбайлылар командаһына етәкселек итә. Иң алда — баштан-аяҡ тимерҙән кейенгән башҡорт батыры, ҡулында — мылтыҡ. Унан йыраҡ түгел йәш ир атын йүгәнләй. Артында һөңгө тотҡан ҡатыны ире менән бергә һуғышҡа китергә йыйына. Яуға юлланғандарҙы һыбайлы ҡурайсы оҙатып бара.
Өсөнсө сюжет композицияһы “Башҡорт полктарының урыҫ армияһына ҡушылыуы” тип атала. Исеменән үк күренеүенсә, урыҫтар менән башҡорттар бергәләп үлемесле алышҡа әҙерләнә. Йөҙҙәрҙә — хәүеф, ҡулда — ҡорал.
Монументтың уртаһында — “Кутузов ставкаһы. Бородино яланы”. Алғы пландағы ҙур барабан өҫтөнә хәрби операциялар картаһы йәйелгән. Бер аҙ арттараҡ Кутузов үҙенең яугирҙәренең позицияһын күҙәтә. Полководецтың алдында — һыбайлы ике башҡорт яугире. Ут ялмаған Мәскәү Кремле юҫығында үлемесле Бородино һуғышы һүрәтләнә. Артабанғы сюжетҡа “Наполеон һәм уның армияһы” тигән исем бирелгән. Наполеон образы һыбай кәүҙәләндерелә. Атының тояғы аҫтында — Шевардино ауылы һыны.
Киләһе композиция башҡорттарҙың 1813 — 1814 йылғы сит ил походтарында ҡатнашыуына арнала. Әҫәрҙең һуңғы өлөшөндә ҡайтанан Ҡаһым түрә образына мөрәжәғәт иттем. Сотник Ҡаһым Мырҙашев — Ватан һуғышының ысын батыры. Наполеон ғәскәренә ҡаршы ҡаты алышта ҡаһармандарса һәләк була. Халыҡ йырындағыса, Ҡаһым монументаль әҫәрҙә лә уң ҡулына ҡурай тотоп һынландырылған. Йөҙөн ҡайғы-һағыш баҫҡан, күҙе йомоҡ, башын түбән эйгән. Барлыҡ уй-хыялы тыуған яғына йүнәлтелгән. Әҫәр 1814 йылғы Париж тормошо менән тамамлана.
Әйтергә кәрәк: был әҫәр иң күләмле эшем түгел. Әлегә тиклем Башҡортостан Эске эштәр министрлығының Уҡыу-уҡытыу үҙәге биләмәһендә һәләк булған милиция хеҙмәткәрҙәренә арналған монументаль мемориаль комплексын эшләүгә күп көс һалдым. Бында тематик бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ғына түгел, иң элек, Европа һәм Азия халыҡтарының тормошо, тыныслығы һәм киләсәге мәсьәләләренә иғтибар итергә тырыштым. Әҫәрҙә башҡорттарҙың тормош-көнкүрешенең төп мәлдәре менән бер рәттән тотош дәүер, киләсәк быуын яҙмышы хаҡында хәстәрлек сағылыш таба.
Монументаль эш тарихи белем, күп көс һәм ваҡыт талап итә. Күләмле материалдар менән эшләү тәжрибәһе күңелемә бик яҡын. Ошо проектты тормошҡа ашырыуҙа тоғро дуҫтарым — М. Аҡмулла исемендәге педагогия университеты уҡытыусылары Фаил Хисмәтуллин менән Раил Ғәйфуллин, Сибай ҡалаһынан рәссам Ишморат Дәүләтбаев — ҙур ярҙам күрһәтте. Уртаҡ тырышлыҡ менән уйланылғандар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ғәмәлгә ашты. Уҡыу йорто етәкселеге йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырҙы, эштә кәрәк-яраҡ менән тәьмин итте.
Бөгөн күләмле әҫәр Сибай институтының сағыу биҙәгенә әүерелде. Башҡорттарҙың декоратив-монументаль сәнғәтендә лә ул лайыҡлы урын алыр тип ышанам.
Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ,
Рәсәй Дизайнерҙар союзы ағзаһы, Республика хәрби дан музейының
ғилми хеҙмәткәре, “Атаман
М.И. Платов исемендәге корпустың беренсе башҡорт атлы полкы”
хәрби-тарихи клубы етәксеһе.



Вернуться назад