Оҫта ойоштороусы булды25.09.2012
Оҫта ойоштороусы булдыЙәйҙең бер матур көнө. Өлкә комитетта инструктор булып эшләп йөрөгән мәл. Уйламағанда “Совет Башҡортостаны” гәзитенә баш мөхәррир урынбаҫары итеп күсерҙеләр. Быны мин кемделер ғәйепләгәндән йә булмаһа үкенгәндән әйтмәйем. Ул саҡта шулай ине. Яңы эшкә күнегеп китеүҙә баш мөхәррир Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилевтең ярҙамы ҙур булды. Уға бик рәхмәтлемен.

Быға биш йыл буйы “Китап” нәшриәтендә башҡорт журналистикаһының аҡһаҡалдары Әхмәт Ҡотошов, Әхтәм Йомағужин, Ғәли Ишбулатов менән эшләү ҙә ярҙам иткәндер. Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт университетында журналистика бүлеге асылғанда беҙгә тәүге һабаҡ биреүселәрҙең береһе Әхмәт Ҡотошов булды.
Гәзит эше еңелдән түгел, ул барлыҡ күңел йылыңды һалыуҙы, бөтә көсөңдө биреүҙе талап итә, сөнки бөгөн мотлаҡ баҫылырға тейешле хәбәрҙе, мәҡәләне иртәгәгә ҡалдырып булмай. Шуға күрә мөхәррирҙән ҡала эштә ҙур яуаплылыҡ яуаплы секретарға төшә. Был йәһәттән редакция уңғайны. Мин эшкә килгәндә секретариатҡа тиҫтә йыллыҡ тәжрибәһе булған Аҡмал Ғәни улы Саптаров етәкселек итә ине. “Совет Башҡортостаны”на килгәнсе ул байтаҡ йылдар Йылайыр районының “За коммунизм” гәзитенең яуаплы секретары булған. Унан дүрт йыл Ленинград юғары партия мәктәбендә белемен камиллаштырған. Шуға ла редакция эшенең бөтөн үҙенсәлектәрен яҡшы белә ине.
Яуаплы секретарҙың бурысын, хәрбиҙәрсә әйтһәң, штаб начальнигы, ябай итеп әйткәндә, йорт хужабикәһенең эше менән сағыштырырға булыр ине. Был мәшәҡәттең күплеге яғынан. Ә яуаплылыҡҡа килгәндә, бер нәмә менән дә тиңләштереп булмай.
Элек редакциялар план буйынса эшләне, ул квартал һайын төҙөлдө һәм Өлкә комитеттың бюроһында раҫланды. Унда ҡала һәм район комитеттары секретарҙарының, Совет рәйестәренең сығыштары планлаштырылды. Яуаплы секретарь ошоларҙы күҙ уңында тотоп эш итте.
Аҡмал Ғәни улы өсөн был талаптар яҡшы таныш ҡына түгел, хатта уның ҡанына һеңгән кеүек ине. Әлбиттә, бының өсөн уға бүлек мөдирҙәре менән бик тығыҙ бәйләнештә эшләргә тура килде. Шуға ла ул баш мөхәррирҙең күрһәтмәләрен теүәл үтәне. Уның тағы бер яҡшы яғын билдәләге килә: ғәжәп оҫта ойоштороусы ине ул.
Элек шулай булды. Пленум, сессия материалдары гәзиттә, нигеҙҙә, тулыһынса баҫылды. Бындай материалдарҙы тәржемә итеүҙе, уҡыуҙы Аҡмал Ғәни улы йәһәт кенә ойошторор ине.
Тәржемә хаҡында һүҙ сыҡҡас, шуны ла билдәләп үтеү кәрәктер. Элегерәк һәүетемсә башҡортса һөйләшеп йөрөгән ағай-эне лә үҙ мәҡәләһен урыҫса баҫтырып килтерә торғайны. Уны редакция хеҙмәткәре тәржемә итеп, гәзит битендә баҫтырырлыҡ хәлгә еткерер ине. Күрәһең, был беҙҙең урыҫса фекер йөрөтөүебеҙгә лә ҡайтып ҡалғандыр.
Съезд, пленум материалының тәржемәһен дөрөҫләү кәрәк булғанда, Аҡмал Ғәни улы минең менән уҡыуҙы хуп күрҙе. Аҙағыраҡ был ғәҙәткә әйләнеп китте.
Редакциялар элек рәсми хәбәрҙе телетайп аша алды. Ул рөхсәт бирмәйенсә бер ваҡытта ла гәзиттең яңы һанына ҡул ҡуйылманы. Материал көтөлгәндә телетайп, ғәҙәттә, алдан иҫкәртә торғайны. Шундай осраҡтарҙа Аҡмал Ғәни улы: “Минең эш сәғәте бөттө, ағай-эне, үҙ көнөгөҙҙө үҙегеҙ күрегеҙ”, — тип урынын ҡалдырып китмәне. Был номер алып барған баш мөхәррир урынбаҫары өсөн бик ҙур ярҙам була торғайны.
Тарихҡа ҡағылғас, тағы бер нәмәне билдәләп үтке килә. Оло шәхестәр вафат булғанда, бик ҙур итеп некрологтар баҫылды. Әлбиттә, уны тәржемә итеү әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Иң теңкәгә тейгәне медицина экспертизаһы мәғлүмәттәре булды. Уны тәржемә итеүе, уҡыуы үҙе бер яфа була торғайны. Ә ундай материалда ниндәй ҙә булһа хата ебәреү тураһында уйларға ла ярамай. Етмәһә, уға юғарынан өҫтәп-өҫтәп төҙәтеүҙәр бирелде. Айырыуса Л.И. Брежнев, К.У. Черненконың некрологтары шулай булды. Ундай саҡтарҙа яуаплы секретарь үҙ урынында булды һәм бик ҙур ярҙам күрһәтте.
Әлбиттә, Аҡмал Ғәни улы менән рәсми материалдар ғына уҡылманы. Һөйләшеп ултырған, фекер алышҡан саҡтар ҙа онотолмай. Уның менән сирек быуат самаһы бергә эшләнем. Йәш сағында бер йыл ғына ауыл мәктәбендә уҡытыуын иҫкә алмағанда, бөтә ғүмерен, аңлы тормошон гәзит эшенә арнаны. Тыныс холоҡло, кешегә ауыр һүҙ әйтмәҫ, тауышын күтәрмәҫ. Аяғын кирә әҙ генә баҫып, һәлмәк кенә атлар ине. Үкенескә ҡаршы, хаҡлы ялға сыҡҡас оҙаҡ йәшәй алманы, арабыҙҙан иртә китте. Уның кешелеклелеге, кеселеклелеге яҡты иҫтәлек булып ҡалды.
Коллективта Аҡмал Ғәни улы ҙур абруй, ихтирам менән файҙаланды. Ул үҙ эшенең оҫтаһы ине. Ут-яу ҡырҙарын үткән ветеран бер ваҡытта ла һауаланманы, күкрәк һуҡманы, башҡаларҙан үҙен өҫтөн ҡуйырға тырышманы.
Уның фиҙаҡәр хеҙмәте дәүләтебеҙ тарафынан юғары баһаланды. Хәрби наградаларҙан тыш, ул РСФСР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Абдрахман ЙОСОПОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.


Вернуться назад