6 декабрҙә Башҡортостан Хөкүмәте йортонда республикала халыҡ-ара кимәлдә Мифтахетдин Аҡмулла көндәрен үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы булды, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Уны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина үткәрҙе.
12 — 17 декабрҙә Башҡортостанда мәғрифәтсенең тыуыуына 180 йыл тулыуға арналған саралар уҙғарыласаҡ. Биш көн дауамында Өфөлә һәм Аҡмулланың тыуған ере Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында ошо иҫтәлекле дата киң билдәләнәсәк.
Аҡмулла көндәренә ярашлы “Мәҙәниәттә һәм мәғарифта мәғрифәтселәрҙең гуманистик мираҫы” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Алты секция ултырышында мәғрифәтселектең тарихи-фәлсәфүи мираҫы һәм йолалары, педагогик юғары уҡыу йортонда белем алыусыларға тәрбиә биреүҙең яңы нигеҙҙәре тураһындағы мәсьәләләрҙе ҡарау күҙаллана.
Был көндәрҙә шулай уҡ V — ХI класс уҡыусылары араһында Мифтахетдин Аҡмулланың ижады буйынса Интернет-олимпиадаға йомғаҡ яһаласаҡ, еңеүселәр билдәләнәсәк. Шулай уҡ “Фольклорҙа һәм әҙәбиәттә дини һәм мифологик мотивтар” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл”, төрки халыҡтар шиғриәте кисәһе ойоштороласаҡ.
16 декабрҙә Өфөлә “Башҡортостан — дуҫлыҡ бишеге” фольклор байрамы үтһә, 17 декабрҙә Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған яғында “Аҡмулла нәсихәттәре” байрамы уҙғарыласаҡ.
А. ХӘЛИЛОВ.