Ҡойондар ҡойон уйнатты20.09.2012
Ҡойондар ҡойон уйнаттыЕйәнсура районының Сәғит ауылы халҡын “ҡойондар” тип йөрөтәләр. Эшсән, уңған, йыр-моңға маһир, кешеләргә ярҙамсыл булғаны өсөн йәбештергәндәр был ҡушаматты.

Беҙ, малайҙар, үҙебеҙҙең колхозда яҙғы сәсеүҙе тамамлайбыҙ ҙа күрше ауылдарға ярҙамға ашыға инек. Бындай изге йола, кешелеклелек сифаттары бөгөн дә һаҡланған, уңышлы дауам итә. Районда тәүгеләрҙән булып “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеп сығыу өсөн көс һынаша улар. Ошо уңған халыҡтың бер өлөшөн Сәғит ауылында Ғүмәровтар тәшкил итә. Улар Ҡаҫмарт йылғаһы буйында оло байрам уҙғарҙы.
Элегерәк беҙҙең ауылда Ғүмәров тигән фамилия бөтөнләй булмаған. Әле атайымдың тәүге документтарына ла Ялалетдин Теләүбаев тип яҙылғайны. Һуңғараҡ уның тәҡдиме менән Теләүбаевтарҙың бер өлөшө 1800 йылдар башында йәшәгән үрәдник Ғүмәр ҡартатайҙың исемен фамилия итеп ҡабул иткән. Атайым 1878 йылда тыуған, 1974 йылда 96 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Уның бер туған энеләре Ғәлийән, Ғәлийәс тә ошо фамилияны ҡабул иткән.
Атайым колхоздың алдынғы хеҙмәткәре булды, хатта 70 йәшендә арыш, бойҙай, һоло көлтәләренән һалған эҫкерттәренә һоҡланмаған кеше булмаҫ ине, йыш ҡына район гәзите биттәрендә “Ялал олатай эҫкерттәре” тигән мәҡәләләр сығыр булды.
Шуға ла байрамда төп урын уның улдарына, ҡыҙҙарына, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүләләренә бирелде. Атай тураһында уның 98 йәшлек ҡыҙы Нәзифә апай иҫкә төшөрөп һөйләне.
Ғүмер үтеүенә бик ризамын
Үлтереп тә харап итер шул, —
тип йырлап та алды ул.
Әле ирҙәр яғынан иң оло һәм арҙаҡлы кеше, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды 1926 йылда тыуған Зәбирйән ағай һанала. Бөгөн ул Өфөлә йәшәй. Хеҙмәт юлын колхозда хисапсы булып башлай, артабан Абҙан һәм Ейәнсура районы партия комитетының икенсе секретары, район Советы башҡарма комитеты рәйесе була. Хәҙер — пенсионер.
Атайымдың балалары, ейәндәренең күбеһе уҡытыусы һөнәрен һайланы. Улар араһында өс кеше Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, байтағы Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ. Ғөмүмән алғанда, беҙҙең фамилияны 15-ләп уҡытыусы йөрөтә.
Ғәлийән ағай ғаиләһенән Ғирфан Ғүмәров — колхоздың алдынғы механизаторы. Хәҙер улар араһында уҡытыусылар, сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре, медицина кешеләре бар.
Ғәлийәс ағай, үкенескә ҡаршы, фажиғәле үлем менән иртәрәк китте. Әммә уның ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре бик күп һәм төрлө һөнәр кешеләре.
Ғүмәровтарҙың байтаҡ өлөшөн Мөхтәбәр ағай (мәрхүм) династияһы дауам итә. Уларҙы 66 кеше тип һананыҡ. Әйткәндәй, ул хәрби офицер булған, Бөйөк Ватан һуғышында Сталинград өсөн барған һуғышта ҡатнашҡан. Уға полк командиры Герой исемен бирергә тигән вәғәҙә ҡыла. Үкенескә ҡаршы, бәрелештә командир бик ҡаты яралана, уның менән башҡаса юлдары киҫешмәй. Әммә ағай ул бүләк иткән исеме яҙылған пистолетты йөрөттө. Балалары — төрлө һөнәр кешеләре, Закир — билдәле фермер.
Ғүмәровтарға арнап ойошторолған байрам юғары кимәлдә үтте. Ул, минеңсә, быйылғы ҡоролоҡ йылында ауыл халҡының кәйефен күтәреүҙә, тормошто тағы ла матурыраҡ, маҡсатҡа ярашлы алып барыуҙа ҙур роль уйнаны, район күләмендә изге, матур башланғысҡа әйләнде.
Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,
филология фәндәре
кандидаты.


Вернуться назад