Журналистика белгесе В. Прохоров, битарафтар, күпме генә тырышып, мәҡәлә артынан мәҡәлә яҙһа ла, бер ҡасан да ысын журналист була алмай, тигән фекер әйткән. Был, ысынлап та шулай икәнен ваҡыт ҡына түгел, матбуғат баҫмаларындағы даими сығып килгән яҙмалар үҙҙәре үк раҫлай. Көн дә тиерлек гәзиттәр, ай һайын журналдар донъя күрә, әммә һирәктәрҙең генә яҙмаһы уҡыусы иғтибарын яулай.
Билдәле шағир, журналист Дамир Шәрәфетдиновты көтөп алынған авторҙар исемлегенә индерер инем. Ул битараф түгел заттарҙан, тип әйтеү генә аҙ. Күрәһең, Күктәр ярһыулыҡты, һиҙгерлекте өләшкәндә, Дамирға әллә нисә кешенең өлөшө бер юлы эләккәндер.
Уның менән “Йәшлек” республика йәштәр гәзитендә бергә эшләнек, шуға күрә ҡәләмдәштең журналистика өлкәһендәге оҫталығын ишетеп, уҡып ҡына түгел, эш барышынан танып беләм. Беҙҙең йәмғиәттә шулай ҡоролған: яҙыусы ижад итеүҙән тыш, мотлаҡ ғаиләһен, үҙен тәьмин итеү өсөн ҡайҙалыр эшләргә тейеш. Әҙиптәрҙең күбеһе ваҡытлы матбуғат баҫмаларында көс түгә. Ҡәләм оҫталарының яҙыу ҡеүәһе төрлө булған кеүек, тәүге ҡарашҡа еңел тойолған журналист маһирлығына ла һәр кем өлгәшә алмай. Күптәнге ҡағиҙә: һәр яҙыусы журналист була алмаған кеүек, һәр журналист та яҙыусы түгел. Бер ҡараһаң, был ике һөнәр бер-береһен тулыландырып, йәнәш йәшәй, әммә гәзиттә ҡайнаған көндәлек хеҙмәттең көсөргәнешен һәр яҙыусы күтәрә алмай. Бәлки, күтәреү ҙә кәрәкмәйҙер, сөнки ижадҡа ваҡыт аҙ ҡала, шиғыр-хикәйәгә инеп китерҙәй образдар, фекерҙәр мәҡәләләргә инеп юғалғандай була. Юғалғандай була, әммә Дамирҙың мәҡәләләрендә түгел. Ваҡытлы матбуғатты күҙәтеп барыусы күптән инде уның шағир ҡәләменән тамған мәҡәләләрен, йәнле һүрәтләмәләрен, аналитик уйланыуҙарын ҡыҙыҡһынып уҡый, көтөп ала.
Дамирҙың яҙғандары “һоро” журналистиканан нимәһе менән айырыла һуң? Иң беренсе сиратта, ул һис ҡасан да белмәгән, үҙенә таныш түгел ғәмәлдәр хаҡында яҙмай. Уның геройҙары – яҙыусылар, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, спортсылар, урмансылар һәм беҙҙең арала йәшәгән башҡа һөнәр эйәләре. Икенсенән, ҡәләмдәшем яҙғандарын ҡоро маҡтауға ғына ҡормай, уның материалдарында анализ, теманы аңларға, өйрәнергә тырышыу ярылып ята. Шағирә булараҡ, шуны хуплайым: Дамир бик күп ҡәләмдәштәргә өлгө күрһәтеп, яҙыусы замандаштарының яңы сыҡҡан китаптарына даими рәүештә анализ яһап килә. Иң һуңғыларынан – Ә. Үтәбаевтың “Үрелеп алған алма”, Р. Ураҙғоловтың “Аслыҡ” йыйынтыҡтары хаҡындағы ентекле мәҡәләләр үҙҙәре генә ни тора!
Өсөнсөнән, һәм, бәлки, иң мөһиме — Дамир ярһыу рухлы журналист, ул һис ҡасан да битараф түгел. Ошо сифаты уның яҙғандарын “тере” итә, әйтерһең, әле яңы ғына бешеп сыҡҡан ризыҡ. Эйе, ризыҡ, тик йән аҙығы. Әгәр гәзит-журнал уҡыусылар иғтибар итһә, Д. Шәрәфетдинов имзаһы менән ваҡытлы матбуғатта даими рәүештә “Реплика” йәки “Журналист саң ҡаға” рубрикаларында яҙмалар донъя күрә. Яҙыусы булараҡ, уны китаптарҙың зауығы ғына түгел, уларҙағы хәреф хаталары ла сығырынан-сығара. Ул утһыҙ ҡалған ауыл халҡы яҙмышына ла битараф түгел, артистарҙың мәғәнәһеҙ йырҙар башҡарыуы ла борсой, бәлки, ҡалала йәшәүселәр иғтибар ҙа итмәгән ҡышлаусы ҡоштарҙың көнитмеше лә уйландыра. Яҙғандары күңелгә яҡын, кешесә. Дамир, юғары материялар тураһында һүҙ сурытып, кемделер таң ҡалдырырға теләмәй, мәҙәниәтле булайыҡ тип өгөт-нәсихәт уҡымай, ғөмүмән, уның яҙмаларына аҡыл һатыу хас түгел. Ул үҙенә таныш, уратып алған донъяны ҡәҙерле, матур, зауыҡлы итеү яғында. Замандаштары хаҡында яҙһа, әйтерһең, әңгәмәсеһе янында баҫып тороп, гәзит уҡыусы менән һөйләшә. Проблема күтәрһә, Дамир артынан эйәреп, майҙанға сығып китке килә. Тәбиғәт тураһында бәйән иткәндә, гәзиттең йәки журналдың тап шул битенең йөрәк тибешен тойғандай булаһың. Бына бит ул ҡайҙа журналист һүҙенең көсө!
Ҡәләмдәшемдең Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителеүен ҡыуанып ҡабул иттем. Журналист Дамир Шәрәфетдиновтың исеме маһирҙар исемлеген лайыҡлы тулыландырыр, тигән өмөтөм ҙур.
Лариса АБДУЛЛИНА,
шағирә.