Фестивалдең киләсәге бармы?19.09.2012
Фестивалдең киләсәге бармы?Редакция “Туғанлыҡ” фестивале хаҡында йомғаҡлау мәҡәләһе яҙыуымды һорағас, уйға ҡалдым. Фестиваль барышында баҫылған “Ике донъя — ике ҡараш” һәм “Спектаклдәр кем өсөн ҡуйыла?” тигән мәҡәләләремдә был байрамға ҡарата фекеремде әйткәйнем инде, хатта ниндәйерәк тамашаларға өҫтөнлөк бирәсәктәрен дә төҫмөрләгәйнем. Яңылышманым шикелле. Шуға әйтәһе һүҙҙәр бөттө кеүек. Әммә фестивалдең йомғаҡтары тағы ла уйға һалды.

Иң алда шундай һорау тыуа: беҙҙең ике спектаклдең еңеүсе тип табылыуы нимә хаҡында һөйләй? Кемдең ҡулында — шуның ауыҙында тигән кеүек килеп сыҡты түгелме? Хәйер, башҡорттар — ҡунаҡсыл халыҡ, улар оятһыҙланып бар бүләкте үҙенә алмаҫ. Был башҡа республикаларҙан килгән театрҙарҙың береһенең дә эше маҡтарлыҡ түгел тигәнде аңлата бит. Ошо урында, кемдәр һайлаған һуң фестивалгә килгән спектаклдәрҙе, тигән һорау тыуа. Ниңә республикалар үҙҙәренең иң шәп театрҙарын, иң шәп спектаклдәрен ебәрмәгән? Кимәле түбән спектаклдәрҙән торған фестиваль беҙгә нимә бирҙе, ғөмүмән, фәһем алырлыҡ, маҡтарлыҡ булмаған тамашаларҙы күп аҡса түгеп саҡырыу, ҡунаҡ итеү кәрәк инеме икән? Икенсенән, ниңә фестивалдең шартын тупаҫ рәүештә боҙоп, конкурстан тыш, ҡунаҡ рәүешендә саҡырылған театрҙы ҡапыл еңеүсе итеп иғлан иттеләр? Шул уҡ академтеатрға гран-при бирһәләр, ҡағиҙәне боҙорға тура килмәҫ ине бит. Һүҙ юҡ: Азат Йыһаншин талантлы режиссер, спектакль шәп, пьеса Флорид Бүләков тарафынан һәйбәт яҙылған. Әммә ҡунаҡ булып килгән театрҙар ҡунаҡ булып ҡына ҡалырға тейеш ине лә баһа. Ниңә уны баштан уҡ фестиваль конкурсында ҡатнашыу өсөн һайлап алмағандар? Бында ябай тамашасыға күренмәгән көрәш барлығы һиҙелә. Ниндәйҙер бер абруйлы театр белгесе М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының гран-при алыуын теләмәгән, ә фестивалдә ҡатнашыусылар араһында еңеүсе тип иғлан итерҙәйе булмағас, аптырап Стәрлетамаҡ театрын тиҙ арала конкурста ҡатнашыусылар исемлегенә индерәләр һәм еңеүсе тип күтәрәләр, гран-при тапшыралар. Ана шундай фекер тыуа еңеүселәрҙе билдәләүгә.
Был йәнә бер тапҡыр фестивалгә килгән спектаклдәрҙең бик түбән кимәлдә икәнлеген иҫбатлай. Мин үҙем ҡараған спектаклдәр араһынан төрөктәрҙең “Аллаһу Тәғәлә шайтанға әйтте” тамашаһы ғына үҙенең музыкаллеге, юморы, йыр-бейеүҙәренең әҫәр йөкмәткеһенә көсләп йәбештерелмәүе, ә уның рухынан тәбиғи килеп сығыуы, талантлы һәм матур актерҙары менән оҡшаны. Жюри ағзаларының, тәнҡитселәрҙең уны баһаламауы ғәжәпләндерә. Бында йәнә йәшерен сәбәп бар кеүек тойола. Ә башҡа спектаклдәр күңелһеҙ, ялыҡтырғыс булды. Бер танышым “Туғанлыҡ” хаҡындағы рекламаларға ышанып ҡатынын, ике балаһын алып (уларға 14 һәм 16 йәш) яҡуттарҙың һәм алтайҙарҙың спектаклдәрен ҡарарға килгәйне. Аҙаҡ мине күреп әрләп китте.
— Мин үҙебеҙҙә ошондай спектаклдәр күргәс, — тине ул уҫал тауыш менән, — төкөрөнөп сығып киткәйнем, шунан бирле алты-ете йыл театрға йөрөгәнем юҡ ине. Балаларымды тәүгә театрға алып килгән булдым, алйот! Улар: “Башҡаса килмәйбеҙ театрға!”— тине. Дөрөҫ әйтәләр. Мин үҙем дә бүтәнсә аяҡ баҫмайым. Шул да булдымы спектакль!? Ошолар араһында өйөрөлөп йөрөйһөң, әйтһәң ни була шуларға халыҡ фекерен!
Бына шундай уҫал һүҙҙәр әйтте танышым. Ә уның мәҙәни кимәлен түбән тип әйтеп булмай. Әҙәбиәтте ярата, шиғырҙар ҙа яҙғылай, йәшерәк сағында халыҡ театрында уйнап йөрөгән кеше. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин фестивалде яҡлап бер ни әйтә алманым.
Ҡасандыр бер милләттең катахезисын, йәғни үҙ халҡына өйрәтмәһен, мөрәжәғәтен уҡырға тура килгәйне. Шунда асыҡтан-асыҡ былай тип яҙылған: “Башҡа милләттәр араһына керегеҙ, мәҙәни донъяла, сәнғәттә һәйбәтте насар тип иҫбатлағыҙ, насарҙы, киреһенсә, һәйбәт тип күтәрегеҙ. Шулай итеп, уларҙың башын әйләндерегеҙ, улар буталһындар, бер ни аңламай башлаһындар”. Мин театр белгестәрен, тәнҡитселәрен тыңлайым да, улар бит ана шул катахезиста әйтелгәнсә хәрәкәт итә түгелме? Күрә тороп башты бутайҙар бит, тип уйлайым, һәм беҙ ҡайҙа һәйбәт, ҡайҙа насар икәнлеген аңламай башлайбыҙ.
Беҙҙең хәҙер, ысынлап та, башыбыҙ буталып бөттө шикелле. Халыҡ театрҙарына ябай, халыҡсан спектаклдәр ҡуйырға бирмәйбеҙ. Халыҡ яратырҙай әҫәрҙәр уйнағыҙ тип түгел, символға, метафораға бай тамашалар ҡуйығыҙ тип аптыратабыҙ. Һөҙөмтәлә күп кенә халыҡ театрҙары ҡатмарлы, аңлайышһыҙ, күңелһеҙ тамашалар ҡуйырға тырыша. Миңә халыҡ театры ҡуйған тамашаға бер тәнҡитсенең анализ яһауын тыңларға тура килде. Спектакль барышында сәхнәнең алғы яғын сепрәк менән ҡаплағайнылар. Шул сепрәктә ниндәйҙер символдар төшөрөлгән икән. Мин уға иғтибар ҙа итмәгәйнем, ә тәнҡитсе ауыҙының һыуын ағыҙып ярты сәғәт буйы шуларҙы маҡтаны, әҫәрҙең идеяһын аса, байыта, тине. Ә режиссер миңә аҙаҡтан ул сепрәкте осраҡлы рәүештә табып алып, сәхнәнең иҙәне аҫты күренеп тормаһын өсөн генә элгәнлеген әйтте. Был мәҙәк хәл, әлбиттә. Әммә ошонда беҙҙең театр белгестәренең халыҡҡа оҡшарлыҡ тамаша сығарыу хаҡында уйламауы, фәҡәт көсләп йәбештерелгән тышҡы символдарға артыҡ иғтибар итеүе күренә. “Тамашасы ике төрлө спектаклгә генә йөрөй, — тигәйне беҙҙең данлыҡлы драматургыбыҙ Әнғәм Атнабаев. — Ҡыҙғаныс булһа, ҡарай, көлкө булһа, ҡарай. Ә башҡа төрлөгә йөрөмәй”. Ысынлап та шулай. Ә беҙҙең театрҙар хәҙер тамашасыны уйламай башланы, символға бай, әммә аңлайышһыҙ, күңелһеҙ, ялыҡтырғыс спектаклдәр менән шаҡ ҡатырырға тотондо. Уларҙы тәнҡитселәр маҡтай, әммә бындай спектаклдәр тамашасыларҙы театрҙан ситкә этә (күпме кешенән ишетергә тура килә: “Мин хәҙер театрға йөрөмәйем, әллә ниндәй аңлайышһыҙ спектаклдәр ҡуялар!”), халыҡ театрҙарға һалҡыная, аҙ йөрөй. Был театрҙарҙың яҙмышына йоғонто яһамай ҡалмай. Юҡҡамы ни әленән-әле теге йәки был театрҙы ябалар, имеш, тигән хәбәр килеп сыға. Әле бына яңыраҡ ҡына Сибайҙағы Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры менән “Сулпан” балалар дәүләт театрын ҡушырға тигән тәҡдим менән сыҡҡандар. Һәр кемгә билдәле: был балалар театрын ябыу тигән һүҙ. Тәүге мәл яңыһында исем өсөн балалар спектаклдәре ҡуйырҙар, әммә әкренләп ул кәмейәсәк һәм бөтөнләй бөтәсәк. Ошо хәбәрҙе ишеткәс, тамашасылар был ҡара эшкә ҡаршы дәррәү күтәрелергә, балалар театрын яҡлап алып ҡалырға тейеш тә бит. Әммә улар битараф, сөнки ана шул аңлайышһыҙ, күңелһеҙ тамашалар халыҡты сәнғәт усағынан ситләтте.
Театр донъяһы күптән үҙгәреш көтә. Бының өсөн уларға халыҡҡа йөҙ менән боролоу шарт, ә һис тә театрҙың үҙен юғарыға ҡуйып, тамашасы бер ни аңламай тип, уға өҫтән ҡарарға түгел. Ана шуға ла белгестәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү мотлаҡ. Был эшкә йәмғиәт тотонорға тейеш, гәзит-журналдар, журналистар, зыялылар. Юғиһә театр белгестәре халыҡтан бөтөнләй ситтә тора, үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнай, тамашасы фекерен бөтөнләй белмәй, ни өсөн ҡайһы бер спектаклдәргә халыҡтың йөрөүен аңламай. Гәзит-журналдар театр менән тамашасы араһындағы күпер ролен үтәргә, проблемаларҙы асып һалырға, уларҙы хәл итергә ярҙамлашырға тейеш. Ғәҙәттә премьеранан һуң заказ буйынса спектаклгә маҡтаулы рецензия яҙыла. Шуның менән һөйләшеү ҙә тамамлана. Ә күптәре бит халыҡҡа оҡшамай, әммә тамашасыларҙың фекеренә матбуғатта урын бирелмәй. Премьеранан һуң киң фекер алышыу үткәрергә кәрәк. Унда төрлө кешеләргә һүҙ биреү мотлаҡ. Бына Сибайҙағы өлкәндәр һәм балалар өсөн ике театрҙы өндәшмәй генә ҡушырға йөрөүҙәре хаҡында ҙур һөйләшеү ойошторорға ине матбуғатта. Ни өсөн быны бер кем белмәй, гәзиттәр өндәшмәй?
Бына шундай уйҙарға һалды шаулап үтеп киткән “Туғанлыҡ”. Әлбиттә, ойоштороусылар байрамдың матур үтеп китеүе өсөн күп көс һалған. Ул яҡтан әйтәһе һүҙ юҡ. Шул уҡ ваҡытта фестивалгә драматургтарҙың саҡырылмауы ғәжәпләндерҙе. Аҙаҡ асыҡланыуынса, кемгә тәғәйенләнгәне билдәһеҙ саҡырыу ҡағыҙҙарын Яҙыусылар союзына илтеп ташлағандар, улар фестиваль үткәнсе шунда ятҡан. Был саҡырыу ҡағыҙы менән осраҡлы кешеләр осраҡлы рәүештә барған байрамға, әммә драматургтарға барып етмәгән. Спектаклдәр фестивале театрһыҙ булмай, ә театр драматургһыҙ йәшәй алмай. Хәҙер әүҙем яҙышҡан ике-өс драматургыбыҙ ҡалған, уларға иғтибар ҙа, ихтирам да булырға тейеш тә бит... Юҡ инде...
Фестиваль үтте, уйҙар ҡалды, икеләнеүҙәр ҡалды. Байрамды ябыу кисәһендә биш йылдан һуң тағы алтынсы “Туғанлыҡ” үтәсәк тигән фекер әйтелде. Әммә күңелдә шик тыуҙы. “Туғанлыҡ” тәүге тапҡыр 90-сы йылдар башында төрөк телле халыҡтарҙы театрҙар ярҙамында аралаштырыу, берләштереү өсөн ойошторолғайны. Хәҙер беҙҙең бәйләнештәр был фестивалһеҙ ҙә нығыны, шулай булғас, онотҡанда бер тапҡыр түбән кимәлдәге спектаклдәрҙе йыйған байрамдың файҙаһы бармы икән, тигән урынлы һорау тыуа. Ошо сәбәпле фестивалде ойоштороуҙа спектаклдәрҙе, театрҙарҙы һайлауҙа ниндәйҙер яңылышлыҡ бар кеүек. Түгелгән көс һәм аҡса бушҡа китте түгелме тигән уй тыумаһын өсөн шул хатаны бөтөрөргә кәрәк. “Туғанлыҡ” тигән матур исемле фестиваль Башҡортостан, Рәсәй театрҙары араһында ғына түгел, бөтә төрки донъяһында оло күренешкә әйләнһен тиһәң, исем өсөн генә үткәрмәҫкә, уға көслө театрҙар, данлыҡлы спектаклдәрҙе һайлап алырға кәрәк. Улар араһында ғәҙел алыш ойошторолорға тейеш, жюри ағзалары, тәнҡитселәрҙең Мәскәүҙән түгел, ә төрки телле илдәрҙән саҡырылыуы шарт. Ана шул саҡта ғына “Туғанлыҡ”тың даны киң таралыр һәм киләсәге лә өмөтлө булыр.
Азамат ҠӘҘЕРБАЕВ.


Вернуться назад