Яҙмышыма үтеп ингән “Башҡортостан” гәзите редакцияһында булған һайын Бөрйән егете Даян Мәжитовты күрмәй китмәйем. Үҙем әүәле ошо райондың “Таң” гәзите редакцияһында өс йыл эшләп алғанғалыр инде, Ағиҙелле, урманлы, ҡырлас таулы хозур төбәк күңелемә шундай яҡын!
Даян Өфөләге матбуғат хеҙмәткәрҙәре араһында бөрйәндәрҙән яңғыҙы түгел, әммә уның менән дә һүҙебеҙ һәр саҡ берегә, әйтерһең дә, Бөрйәндәге Самат Ғәбиҙуллин, Инсур Йәһүҙин, Мөнир Ишбулатов кеүек элекке ҡәләмдәштәремде осратам. Был егеттә лә ошо фиҙаҡәр яҡташтарындағылай фекер киңлеге, ижади көс барлығы тойола.
Власть эшмәкәрлеге һәм ҡануниәт темаһына яҙышыуҙың еңел түгеллеген аңлатып тороу кәрәкмәҫ. Даян Мәжитов иһә, ҡатмарлы тип тормай, редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеген ҡыйыу ҡабул итеп алды, эшен уңышлы алып бара. Сәйәсәттең ҡара урманында аҙашмай, аҙаштырмай ул. Үҙ темаһын яҡшы белә, еңел-елпе һүҙ менән булашмай, бик тә яуаплы бурыстарҙы ихлас башҡарып килә. Кәрәк саҡта мәҡәләләре аша “теш” күрһәтеп тә ала.
Әле “Аҙна ҡаҙнаһы”, “Иҡтисади күҙәтеү”, “Сәйәсәт” рубрикаларында баҫылған яҙмаларын ентекле уҡып барам. Үҙемә кәрәкле һығымталарҙы, хаҡ баһаларҙы табам уларҙа. Донъя кимәлендәге сәйәсәттең ыңғай һәм кире яҡтары, ҡайһы тарафтан ниндәй “елдәр иҫеүе”, ил башлыҡтары ҡабул иткән ҡарарҙарҙың ябай халыҡ тормошонда нисек сағылыуы — төрлө мәсьәлә иғтибар үҙәгенә ҡуйыла Даян Мәжитовтың мәҡәләләрендә. Ә “Башҡорт донъяһы” тип аталған ҡушымта — “Башҡортостан” гәзитенең үҙе бер табышы. Республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәрҙең тормошон, ынтылыштарын, берҙәмлек тойғоларын тәьҫирле итеп һүрәтләүҙе хупларға ғына кәрәк.
Тотош алғанда, башҡорт журналистикаһына Даян Мәжитов һымаҡ төплө ҡәләмдәштәрҙең килеүе, быуындан быуынға тапшырылған эстафетаның бөгөнгө талаптар юғарылығында дауам итеүе ҡыуаныслы. Милли матбуғаттың, атап әйткәндә, инде бер быуат буйы тиерлек халыҡ ҡулынан төшмәгән “Башҡортостан” гәзитенең киләсәге ышаныслы, тигән һүҙ был. Мин, ошо барлыҡ әйтелгәндәрҙән сығып, Даян Мәжитов Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға һәр яҡлап та лайыҡ, тип иҫәпләйем. Быны хөрмәтле комиссия ағзалары ла иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ, тип өмөтләнәм. Фиҙаҡәрлек беҙҙә һәр саҡ үҙ баһаһын ала килә бит. Ҡыҫҡаһы, мәртәбәле “Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективының тәҡдименә мин дә ихлас ҡушылам: Даян Мәжитов — премияның абруйын күтәрер журналистарыбыҙҙың береһе ул.
Хәсән НАЗАР,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.
Нәсих Хәлисов фотоһы.