Ҡурай моңо яңғыраны далала08.12.2011
Ошо көндәрҙә Хәйбулла районында мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы үтте. Унда барлығы 268 конкурсант сығыш яһаны. Иң оло ҡурайсыға 74 йәш, ул — Бөрйән районынан Дәүләтбай Рәхмәтуллин, иң йәше — Учалы районынан 7 йәшлек Иштимер Йосопов. Шулай уҡ бәйгелә ҡурайсылар ансамблдәре лә көс һынашты. Бөгөн республикала исемдәре киң билдәле — Юлай Ғәйнетдинов, Азат Айытҡолов, Айбулат Рәхмәтуллин, Рәсүл Ҡарабулатов, Роберт Юлдашевтар ҙа ҡасандыр ошо конкурстың лауреаттары булды, уларҙы әле жюри сифатында күреү сараның мәртәбәһен арттыра ғына.
Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған сараларҙың иң иҫтәлекле һәм тулҡынландырғыс мәле етте — Аҡъяр ауылында уның исемендәге сәнғәт мәктәбендә яҡташыбыҙға мемориаль таҡтаташ асылды. Уны бынан егерме йыл элек Йомабай Иҫәнбаев призына үткән ҡурайсылар бәйгеһендә гран-при яулаған билдәле ҡурайсы Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов үҙ иҫәбенә эшләткән.
— Мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың исемен мәңгеләштереүгә үҙ өлөшөмдө индереүемә бик шатмын, — ти Рәсүл Ҡарабулатов. — Был конкурс — ҡурайсылар өсөн иң мәртәбәлеһе. Унда еңеүем мине рухландырҙы, ҡурайға ҡарата һөйөүемде арттырҙы. Хәйбуллалар үҙҙәренең ҡурайсыларын данлай, хөрмәтләй белә, улар исеменә төрлө конкурстар үткәрә, артабан да йолаға тоғро ҡалыуығыҙҙы теләйем.
Ике көн буйына ҡурай моңона ҡойоноп, халҡыбыҙҙың ғәжәп көйҙәрен тыңлап, һирәк башҡарылғандарын ишетеп, үҙ-ара кәңәшләшкәндән һуң, жюри ағзалары бер тауыштан конкурстың еңеүсеһе итеп Сибай ҡалаһынан Нурғәле Кейекбирҙинды билдәләне. Уға Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Хәйруллин бәйгенең төп бүләген — арғымаҡты тапшырҙы.
Һүҙ юҡ, Башҡортостанда ҡурайҙы һаҡлап ҡалыу, ҡүрайсыларҙы үҫтереү буйынса бихисап бәйгеләр үтә. Әммә уларҙы ойоштороу буйынса тәжрибә етеңкерәмәй. Мәҫәлән, ҡайһы бер ҡурайсылар, ансамбль етәкселәре балаларҙы конкурсҡа алып килә, ләкин уларҙы ашатыу, урынлаштырыу мәсьәләһе лә бар бит әле...
Кәримә УСМАНОВА.
Хәйбулла районы.


Вернуться назад